Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
19 Сентябрь , 22:30

Аштары тәмле, балалар туҡ

Гөлдәр Мәжитова кеүек һөнәр оҫталары барҙа, ата-әсәгә һис кенә лә бошонорға кәрәкмәй.

Аштары тәмле, балалар туҡ
Аштары тәмле, балалар туҡ

Республикала мәктәптәрендә уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороуҙы яҡшыртыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Һуңғы осорҙа был мәсьәләгә власть яғынан да иғтибарҙың артыуы күҙәтелә. Күп белем усаҡтарында уҡыусыларҙың туҡланыуы асығыраҡ, үтә күренмәлерәк була бара, хатта теләгән һәр ата-әсә мәктәп ашханаһына килеп балаларҙың туҡланыуын ойоштороу торошо менән таныша ала. Ул шулай уҡ белем биреү ашханаһының стендына йәки мәктәп сайтына ҡуйылған менюҙа яҙылғандарҙың ысынбарлыҡҡа тура килеү-килмәүен белешә, балаларға әҙерләнгән аш-һыуҙы тәмләп ҡарай.

Ә бына интернат уҡыусылары өсөн туҡланыу мәсьәләһенә килгәндә, башҡа белем усаҡтарынан бер аҙ айырыла тигәндә лә була. Бында ашнаҡсылар балаларға көн дауамында аш-һыуҙы үҙҙәре әҙерләй. Уҡыусыларҙың туҡланыуы нисек ойошторолоуы, технологик процестарҙы камиллаштырыу һәм уҡыусылар рационының сифатын яҡшыртыу буйынса ниндәй эштәр алып барылыуы менән шәхсән танышыу маҡсатында Сибай гимназия-интернатына юл алдыҡ.

Ул - республикабыҙҙағы иң көслө белем усаҡтарының береһе. Бында уҡыусылар төрлө район һәм ҡалаларҙан килеп белем ала, ошонда уҡ йәшәй. Шеф-ашнаҡсы булып Гөлдәр Мәжитова 30 йылға яҡын эшләй, ул мәктәптә туҡланыуға иғтибарҙың йылдан-йыл арта барыуына ныҡ һөйөнә.

"Мәктәптә туҡланыу сифатлы, файҙалы булырға тейеш. Беҙҙең эшебеҙгә иң ҙур баһа – балалар ашап сыҡҡандан һуң буш ҡалған тәрилкәләр, уларҙың “Тәмле булды!”, “Рәхмәт!” тигән һүҙҙәре, - ти шеф-ашнаҡсы Гөлдәр Рамаҙан ҡыҙы. - Бригадала өс сменала бөтәһе ете кеше эшләй, уларҙың һәр береһе үҙ бурыстарын ихлас күңелдән, еренә еткереп башҡара. Иң мөһиме - балаларҙы яраталар, уларҙың һәр береһенә иғтибарлылар. Көнөнә биш тапҡыр ашатыу ҡаралған, әле йоҡлар алдынан еңелсә туҡландырыу (ҡатыҡ, печенье, перәник биреү) буйынса эш алып барыла. Һәр көнгә меню төҙөгәндә уның балалар өсөн туҡлыҡлы, файҙалы, диетик булыуына өҫтөнлөк бирәбеҙ. Иртәнге ашҡа салат, һөтлө бутҡалар булһа, төшкөлөккә - мотлаҡ беренсе һәм икенсе блюдо. Киске ашты ла уҡыусылар яратып ашай. Шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә күбеһе интернатта ҡала. Уларҙы өйҙәрендәге кеүек ризыҡтар менән һыйларға тырышабыҙ. Күмәкләшеп ҡулдан билмән бөгөп бешерәбеҙ, төрлө тәмлекәстәр әҙерләйбеҙ. Бигерәк тә бишбармаҡты яраталар.

Белеүегеҙсә, беҙҙең гимназия-интернатта - башлыса ауылдан килгән балалар. Уларҙың күбеһе өйҙәрендә бер төрлөрәк ризыҡҡа өйрәнгән, шуға күрә тәүҙәрәк борщ, рассольник, быҡтырылған кәбеҫтә, тары, манный бутҡаһы, запеканкаларҙы ятыраҡ тойоп, ситкәрәк этеп ҡуйһалар, бер аҙҙан был ризыҡтарҙы һорап ала башлайҙар. Беҙ ситтән килтерелгән арзан, әммә сифаты шикле ит, май, башҡа продукцияларҙан һәр ваҡыт баш тарта килдек. Ризыҡтарҙы үҙебеҙҙә әҙерләүгә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Шулай уҡ балаларҙа дөрөҫ туҡланыу мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Ошо маҡсатта лекциялар ҙа уҡыйбыҙ, ата-әсә менән дә эш алып барабыҙ. Өйөндә дөрөҫ туҡланған бала мәктәптәге бутҡаны ла яратып ашаясаҡ".

Сағыу, яҡты ашханала туҡланыуҙы яңы шарттарҙа ойоштороу өсөн ҙур эш башҡарылған: заманса кухня ҡорамалдары, өҫтәл һәм ултырғыстар алынған. Шулай уҡ ашнаҡсылар балаларҙың тамағы туҡ булһын, ризыҡтарҙы ҙур кинәнес менән ашаһындар өсөн һауыт-һабаның таҙа, сифатлы булыуына ла өҫтөнлөк бирә, санитария талаптарының теүәл үтәлеүенә иғтибар ҙур.

Иң юғары - алтынсы разрядҡа эйә шеф-ашнаҡсы Гөлдәр Рамаҙан ҡыҙының “Утыҙ йылға яҡын эшләгән дәүеремдә бер тапҡыр ҙа уҡыусыларҙың аҙыҡ-түлектән ағыуланыу осрағы теркәлмәне. Быны ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алам” тигән һүҙҙәре уның үҙ эшенә ни тиклем яуаплы ҡарағаны, яратып башҡарғаны хаҡында һөйләй.

Әйткәндәй, Гөлдәр Мәжитова – Сибай ҡыҙы. Әсәһенең юлын дауам итеп, ашнаҡсы һөнәрен һайлай. Мәктәпте тамамлағас, Өфөлә сауҙа техникумында техник-технолог һөнәрен алып, хеҙмәт юлын Сибай гимназия-интернатында башлай һәм бөгөнгәсә ошо эшенә тоғро ҡала. 2005 йылда республика буйынса үткән “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” конкурсында ҡатнашып, беренсе урынды яулай һәм 350 меңлек сертификатҡа лайыҡ була. Был суммаға ашхана өсөн кәрәкле кухня ҡорамалдары һатып алына.

Тап уның кеүек һөнәр оҫталары барҙа, балаларын гимназия-интернатҡа биргән ата-әсәгә һис кенә лә бошонорға кәрәкмәй. Һеҙҙең ул һәм ҡыҙҙарығыҙ һәр саҡ йылы аш, тәмле ризыҡ менән туҡланасаҡ, һис ҡасан ас ҡалмаясаҡ.

Фото: Данил Әбделғәзин.

Аштары тәмле, балалар туҡ
Аштары тәмле, балалар туҡ
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в