Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
19 Сентябрь 2022, 12:00

Ауырлы булһаң, балан ашама!

Әгәр сир етди булып, табип үҙ күрһәтмә-дауаһын яҙмаған осраҡта, өйҙә булған тәбиғи антибиотиктар ярҙамында һаулыҡты нығытырға мөмкин. Улар нимәләр һуң? Сайтта уҡығыҙ.

Ауырлы булһаң, балан ашама!
Ауырлы булһаң, балан ашама!

Тәбиғи антибиотиктар ярҙамында һаулыҡты һаҡларға, нығытырға, иммунитетты күтәрергә була. Ҡарап китәйек: ниндәй сирҙәргә ҡаршы уларҙы нисек ҡулланырға?

Мүк еләге - С витамины һәм күп антиоксиданттар сығанағы. Ул - шәп антисептик, һуты менән ҡырҡылған яраларҙы эшкәртергә мөмкин. Ашаһаң, ашҡаҙан-эсәк микрофлораһын көйләй. Бәүел-енес инфекцияһы менән яҡшы көрәшә. Кире күрһәтмәһе лә бар: ашҡаҙандың асыҡ яраһы йәки әселеге юғары гастрит билдәләре асыҡланған хәлдә, уны ҡулланырға ярамай.

Ҡыҙыл балан. Составындағы ҡайһы бер әүҙем биологик матдәләр уны антисептик рәүешендә ҡулланырға мөмкинлек бирә. Ангина, бронхит, пневмония, фурункул, лишай, әҫпе, киҫкен респиратор сирҙәре булғанда, организм витаминға ҡытлыҡ кисергәндә уны дауаланыу маҡсатында уңышлы файҙаланалар. Әммә ауырлы ҡатындарға, тромбофлебит менән яфаланғандарҙың, ҡан ойошоуы юғары, аш һеңдереүҙә проблемалары булғандарҙың хәленә ул кире тәьҫир итеүе бар. Бындай сирлеләргә балан менән бик һаҡ булырға кәңәш ителә.

Ҡыҙыл көртмәле (брусника). Уның составында тәбиғи консервант - бензой кислотаһы бар. Ул булған мөхиттә сир тыуҙырған бактериялар үрсеү һәләтен юғалта. Бензой кислотаһы ҡыҙыл көртмәлене ҡеүәтле антибиотикка әүерелдерә лә инде. Бәүел бүленеү системаһында, атап әйткәндә, циститты дауалауҙа ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә күрһәтә.

Гәрсис. Ул эсәктәрҙә көн күргән патоген микроорганизмдарҙан ҡотолдорор бактерицид үҙенсәлеккә эйә. Һыуыҡ үткәргәндә уны йылытыу препараты булараҡ ҡулланалар. Бөйөр, туберкулез менән сирләгәндәргә уны ҡулланыу тыйыла.

Һарымһаҡ. Яңы ҡаҙып алынғанында бактерияларҙы, патоген бәшмәктәрҙе һәм ҡайһы бер паразит инфузорийҙарҙы үлтергән фитонцидтар була. Тыштан тирегә һөртөү өсөн дә, ашап дауаланыу маҡсатында ла файҙаланалар. Ҡайһы осраҡтарҙа ярамай икәнлеген дә белеү ҡамасауламаҫ: ашҡаҙан-эсәк, бауыр, бөйөр сирлеләргә, эпилепсия менән ауырығандарға ҡулланыу кәңәш ителмәй. Ауырлы, бала имеҙгән ҡатындарға, шәкәр диабеты менән ауырығандарға уны ашауҙы сикләргә. Шулай уҡ был йәшелсәне ҡан ойошоуын кәметкән дарыу препараттары менән бергә ҡулланырға ярамай. Тирегә һөртөү өсөн файҙаланғанда ла һаҡ ҡыланығыҙ: йыш булып китһә, химик бешеү алыуы ла оҙаҡ түгел.

Һуған. Ул да - антисептик һәм антибиотик. Уны киҫкен респиратор сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында йыл әйләнәһенә, бигерәк тә яҙын һәм көҙөн, ҡулланырға кәрәк. Һуған һутындағы биологик әүҙем матдәләр иммунитетты күтәрергә ярҙам итә, патоген микроорганизмдарҙы үлтерә, эсәк флораһын яйға һала, ауыҙ ҡыуышлығындағы микроб балансын көйләй. Бынан тыш, ул эсәктәге ҡорттарҙың үрсеүенә ҡамасаулай, фурункул һәм башҡа тире ауырыуҙары менән көрәштә булышлыҡ итә. Һуғанды күп ашағанда ашҡаҙан һутының әселеге арта, ҡан баҫымы күтәрелә, тахикардия, нервы боҙолоуы күҙәтелә, йоҡо боҙола.

Ҡара шалҡан. Уның һуты - һыуыҡ үткәреп ауырығанда үпкәне йомшартыу өсөн бик яҡшы сара. Шәп антисептик та ул - яраларҙы һуты менән эшкәртергә мөмкин. Аппетитты күтәреү, аш һеңдереү ағзаларындағы эшмәкәрлекте яйға һалыу өсөн дә эсергә кәңәш ителә. Гастрит, ашҡаҙан сей яраһы һәм уға бәйле башҡа сирҙәре булғандарға ҡара шалҡанды дауалау маҡсатында ҡулланыу тыйыла.

Керән. Унда бензилизотиоцианат тигән тәбиғи антибиотик бар. Тымау, йүткереү, киҙеү, бөйөрҙәрҙең, бәүел ҡыуығының һәм юлының елһенеүен тыуҙырған бактерияларҙы юҡҡа сығарыу һәләте бар унда. Тик ашҡаҙан менән бәйле сирҙәре булғандарға уны һаҡлыҡ менән ҡулланырға кәрәклеген онотмағыҙ.

Грейпфрут. Уның бөтә өлөшө - ҡабығы, ите, орлоғо һәм араһындағы аҡ тиресәһе лә антибиотик үҙенсәлеккә эйә. Грейпфрут экстракты баш һәм быуындар ауыртыуы, дөйөм хәлһеҙлек булып үҙен һиҙҙерткән кандид бәшмәгенән ҡотолорға ярҙам итә.

Прополис. Тәбиғи антибиотик һәм антисептик булған прополис яраларҙың тиҙерәк бөтәшеүенә булышлыҡ ҡыла, иммунитетты күтәрә, бәшмәк тыуҙырған күп сирҙәргә ҡаршы тора, ҡан тамырҙарын нығыта, ауыртыныуҙы баҫа. Элек хатта эҫе ваҡытта оҙаҡ боҙолмаһын өсөн прополис менән итте ышҡып ҡуйғандар - был да уның көслө үҙенсәлеге күрһәткесе.

Фото: recordregion.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: