Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
19 Сентябрь , 14:15

Ҡурҡыныс сирҙәргә шик тыуған

Ә коронавирус менән хәл нисек? Ул да арта... 

Ҡурҡыныс сирҙәргә шик тыуған
Ҡурҡыныс сирҙәргә шик тыуған

Башҡортостанда коронавирус менән сирләү осраҡтары артыуын дауам итә. Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, һуңғы тәүлектә вирус 778 кешелә табылған. 290 пациент дауаханала ята, 3992 кеше өйҙә дауалана.

Ведомство етәксеһе мәғлүмәте буйынса, Башҡортостанда, Рәсәй Федерацияһындағы кеүек үк, коронавирус инфекцияһының таралыу коэффициенты 1,2 тәшкил итә. Рәсәй Хөкүмәте координация үҙәгенең мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы ете көндә сирләүселәр һаны 29 процентҡа артҡан, тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин. Йоғошло ауырыуҙар госпиталдәрендә дауалау өсөн 555 койка-урын әҙерләнгән, буш койка фонды һигеҙ процент тәшкил итә.

Шулай уҡ министр белдереүенсә, Башҡортостанда медицина “Сәләмәтлек поездары”ның эше тамамланды. Белгестәр 120 меңдән ашыу гражданды ҡараған, 1489 кеше өҫтәмә тикшереүҙәр үткәреү һәм дауаханаға һалыу өсөн республика учреждениеларына ебәрелгән.

– 6912 тикшереү үткән кешенең – юғары ҡан баҫымы, 4793-өнөң ҡанында - холестерин һәм 4024 кешенең ҡанында глюкоза кимәленең юғары булыуы асыҡланған. Социаль әһәмиәтле сирҙәргә, шул иҫәптән яман шешкә, шәкәргә, туберкулезға һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына 3942 шик асыҡланған, - тине Айрат Рәхмәтуллин.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в