Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Сентябрь , 14:00

Борсолмағыҙ, вакцина етерлек!

"Пациент мөрәжәғәт иткән прививка кабинетында “Спутник V” вакцинаһының беренсе компоненты бөтөүе ихтимал, сөнки уға ихтыяж артты..."

Борсолмағыҙ, вакцина етерлек!
Борсолмағыҙ, вакцина етерлек!

 “Хөрмәтле редакция! Коронавирустан ҡабаттан  вакцина яһатырға уйлағайным. Тик күршем “быйыл вакцина етерлек түгел, тиҙәр, яңы партия килеп етмәгән, ҡабаланмай тор ”, тип мине ниәтемдән һүрелдерҙе. Әгәр, ысынлап та, мин йөрөгән медицина учреждениеһында вакцина  бөткән булһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин?” – тигән уҡыусыбыҙ хатына Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Софья Сергеевна Алешина яуап бирҙе.

“Әле Башҡортостанда көн һайын коронавирустан 10 меңдән 15 меңгә тиклем кеше вакцина ҡаҙата. Иммунизация башланғандан алып республикаға бөтәһе 3 364 968 доза вакцина килтерелде. Бөгөн вакцинаның беренсе компоненты менән 3 276 669 кеше прививкаланған. Ысынлап та, пациент мөрәжәғәт иткән прививка кабинетында “Спутник V” вакцинаһының беренсе компоненты бөтөүе ихтимал, сөнки уға ихтыяж артты. Был осраҡта яҡындағы башҡа поликлиникаға мөрәжәғәт итергә йәки яҙылырға, үҙең тураһында мәғлүмәтте ҡалдырырға кәрәк. Вакцина килеү менән һеҙгә шылтыратасаҡтар. Вакцина медицина ойошмалары заявкалары буйынса поликлиникаларға бүленә һәм килтерелә.

 Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына коронавирустан сираттағы вакцина партияһын алыуға заявка ебәрелгән. Алдағы көндәрҙә препараттарҙың яңы партияһы килеүен көтәбеҙ. Әле прививка пункттарында нигеҙҙә “СпутникV”вакцинаһы яһала”, – тине Софья Алешина.

Фото: inkazan.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в