Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Сентябрь , 13:05

Хәүефләнмәгеҙ, вакцина етерлек!

“Спутник V”ға ихтыяж артҡан.

molva33.ru
Фото:molva33.ru

“Хөрмәтле редакция! Коронавирустан ҡабаттан  вакцина яһатырға уйлағайным. Тик күршем: “Быйыл вакцина етерлек түгел, тиҙәр, яңы партия килеп етмәгән”, – тип ниәтемдән һүрелдерҙе. Әгәр, ысынлап та, мин йөрөгән медицина учреждениеһында вакцина бөткән булһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин?” – тигән уҡыусыбыҙ хатына Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Софья Алешина яуап бирҙе.

“Әле Башҡортостанда көн һайын коронавирустан 10 меңдән 15 меңгә тиклем кеше вакцина ҡаҙата. Иммунизация башланғандан алып республикаға бөтәһе 3364968 доза вакцина килтерелде. Бөгөн вакцинаның беренсе компоненты менән 3276669 кеше прививкаланған. Ысынлап та, пациент мөрәжәғәт иткән прививка кабинетында “Спутник V” вакцинаһының беренсе компоненты бөтөүе ихтимал, сөнки уға ихтыяж артты. Был осраҡта яҡындағы башҡа поликлиникаға мөрәжәғәт итергә йәки яҙылырға, үҙең тураһында мәғлүмәт ҡалдырырға кәрәк. Вакцина килеү менән һеҙгә шылтыраталар.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына коронавирустан сираттағы вакцина партияһын алыуға заявка ебәрелгән. Алдағы көндәрҙә препараттарҙың яңы партияһы килеүен көтәбеҙ. Әле прививка пункттарында нигеҙҙә “Спутник V” вакцинаһы яһала”, – тине Софья Алешина.


Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас в