Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Сентябрь , 18:00

Ылыҫлы сәй

Был эсемлек йөрәк-ҡан тамырҙарын холестериндан таҙарта, радионуклидтарҙы сығара, бөйөрҙәрҙе дауалай, ғөмүмән бөтә организмға яҡшы тәьҫир итә. 

Ылыҫлы сәй
Ылыҫлы сәй

Был эсемлек йөрәк-ҡан тамырҙарын холестериндан таҙарта, радионуклидтарҙы сығара, бөйөрҙәрҙе дауалай, ғөмүмән бөтә организмға яҡшы тәьҫир итә.

Уны әҙерләү еңел генә, кеҫәгә лә һуҡмай. Өс литрлыҡ быяла һауыттың бер литр кимәленә тиклем шыршы йәки ҡарағай ылыҫын (ботағы менән бергә лә ярай) һалабыҙ, уға ваҡланған ярты балғалаҡ бәпкә үләне, берәр ҡалаҡ ваҡланған ҡарағат һәм ҡурай еләге япраҡтары өҫтәйбеҙ ҙә өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп 15 минут ҡайнатабыҙ. Бүлмә температураһында 10-12 сәғәт торғас, ул ҡуллана башларға әҙер. Теләгән ваҡытта сәй кеүек шәкәрләп-баллап эсәбеҙ. Лимон өҫтәргә лә онотмағыҙ. Ошо рәүешле әҙерләнгән шифалы эсемлек менән 4-5 ай дауаланыу ыңғай һөҙөмтә күрһәтмәй ҡалмаҫ.

Ниндәйҙер ингредиентҡа аллергия булыу-булмауын белеү мотлаҡ.


Фото:help-yourself.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в