Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
21 Сентябрь , 08:00

Ҡатындың шәбәйеүенә өмөт бар!

Дауаханаға бер нисә ағзаһы зарарланған, йөҙөнөң урта өлөшөндә һөйәктәре һынған, күҙ орбитаһы зыян күргән ҡатын килтерелә... 

Ҡатындың  шәбәйеүенә өмөт бар!
Ҡатындың шәбәйеүенә өмөт бар!

Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһы хирургтары пациенттың йөҙөндә ҡатмарлы кисектергеһеҙ  әмәлиәт үткәрҙе. Дауаханаға бер нисә ағзаһы зарарланған, йөҙҙөң урта өлөшөндә һөйәктәре һынған һәм күҙ орбитаһы зыян күргән ҡатын килтерелә.  Быға тиклем ул район дауаханаһының реанимация бүлексәһендә биш көн дауаланған, ауырыуҙы артабан эвакуациялау өсөн уның  хәлен тотороҡландырырға кәрәк була.

Дауахана хирургтары баш һөйәгенең өлөшөн яңынан ентекләп йыя. Ваҡ һөйәк ярсыҡтарын сүпләп алалар, ҡалған һөйәктәрҙе титан пластиналар ярҙамында нығыталар. Шулай уҡ биттең иң ныҡлы иҫәпләнгән яңаҡ һөйәге лә ошо уҡ пластиналар менән нығытыла.

Был ҡатмарлы операцияны медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип Рөстәм Гәрәйшин, ассистент Илдар Туҡтаров, шәфҡәт туташы Инзилә Әхкәмова һәм анестезиолог Евгения Апенкина башҡарған. Хирургтарҙың иң ҙур ҡаҙанышы – күҙ алмаһын һәм күреү һәләтен һаҡлап ҡалыу. Табиптарҙың әйтеүенсә, әле пациенттың хәл-торошо ҡәнәғәтләнерлек. Операциянан һуң барлыҡҡа килгән шешенеү кәмей бара, оҙаҡламай хирургия операцияһы барышында туҡымаларҙы тоташтырған йөйҙәр алынасаҡ.  

Һауығыу өсөн оҙайлы ваҡыт талап ителә. Хәҙерге ваҡытта ул табиптар күҙәтеүе аҫтында, ғәҙәти тормошҡа әйләнеп ҡайтыу өсөн уның бөтә мөмкинлеге бар.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в