Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
22 Сентябрь , 15:00

Нефтекама акушерҙары икеһен дә ҡотҡарған

Табиптар ҡатындың һаулығын тикшергәндән һуң, йөклөлөктөң 43 аҙналыҡ булыуын, ҡан баҫымының 200/130 тәшкил итеүен асыҡлаған...

Нефтекама акушерҙары икеһен дә ҡотҡарған
Нефтекама акушерҙары икеһен дә ҡотҡарған

Нефтекаманың бала табыу йортона Яңауыл районынан тулғаҡ тота башлап, хәле ауырайыуына зарланған ҡатынды килтерәләр. Табиптар уның һаулығын тикшергәндән һуң, йөклөлөктөң 43 аҙналыҡ булыуын, ҡан баҫымының 200/130 тәшкил итеүен асыҡлаған. Ҡатындың һәм сабыйҙың ғүмеренә ҙур хәүеф янағанлыҡтан, уны Республика клиник перинаталь үҙәгенә санавиация менән алып барыу мөмкинлеге булмай.

Ауырлы ҡатындарға медицина ярҙамы күрһәтеү тәртибенә ярашлы, юғары хәүеф төркөмөндәге ҡатындарға өсөнсө кимәлдәге медицина ойошмаларында ярҙам күрһәтелә. Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы һәм Республика клиник перинаталь үҙәге шулар иҫәбендә. Был осраҡта әсә булырға йыйынған пациент ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында иҫәптә тормаған, ә шәхси клиникала күҙәтелгән һәм республика клиникаларында бала табыуға хоҡуғы тураһында белмәгән.

Нефтекама белгестәре перинаталь үҙәктең дистанцион консультация акушерлыҡ үҙәге менән кәңәшләшеп, ашығыс рәүештә кесарь киҫеме йәғни ҡарындағы баланы ярып алыу әмәлиәте үткәрергә ҡарар итә. Нефтекама бала табыу йортоноң акушер-гинекологтары Марат Ғәфүров һәм Алһыу Закирова, анестезиолог - реаниматолог Валерий Егоров операция яһарға тәүәкәлләй. Был саҡта Өфө белгестәре юлға сыҡҡан була. Табиптар әйтеүенсә, операция уңышлы үтә, дүрт килограмм ауырлығындағы сабый донъяға килә. Муниципаль-ара һәм республика перинаталь үҙәктәр белгестәренең  берҙәм, аңлашып эшләүе һәм сараларҙы ваҡытында үткәреүе һөҙөмтәһендә әсә лә, сабый ҙа иҫән-һау дауахананан сыҡҡан. Әсәне өйҙә тағы ла ике баланың түҙемһеҙлек менән көтөүе билдәле...

Табиптар буласаҡ әсәләргә йөклөлөк ваҡытында белгес күҙәтеүендә булыуҙың мөһимлеге хаҡында  тағы бер ҡат иҫкәртә. Тейешле ваҡытта табипҡа күренеү йөклөлөк өҙлөгөүҙәрен асыҡларға, хәүефте билдәләргә, сабыйҙы имен-аман табырға ярҙам итәсәк.

 

Фото: ru.wikipedia.org

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в