Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
23 Сентябрь , 14:29

Батырҙар ҙа арый...

Йәштәр профессияһына хыянат итмәҫ.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Фото:БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Быға тиклем ауыл ерендә, бәләкәй ҡалаларҙа медицина хеҙмәткәрҙәренең етешмәүе ғәҙәти хәл һаналды. Сәбәптәрен төрлөсә аңлаттыҡ: йәштәрҙең цивилизациялы биләмәләрҙән айырылырға теләмәүе, эш һәм ял шарттарының насар булыуы, торлаҡ мәсьәләһе һәм башҡа бихисап сәбәп.

 

Йәштәр ағымы көслө

 

Ә һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа фельдшерҙарға, табиптарға ҡыт­лыҡ­тың бер ни тиклем кәмеүен, мәсьәләнең үтә ҡырҡыулығын юғалтыуын, яңы фельдшер-акушер­лыҡ пункттары төҙөлөүен күрәбеҙ, хужаһыҙ буш торған медицина учреждениелары юҡ.

Республика буйлап командиров­ка­ларға сыҡҡанда, ауылды йәмләп, кешеләрҙе үҙенә йәлеп итеп ултырған яңы ҡупшы пункттарҙы, матур үҙгәрештәрҙе күреп һөйөнә­беҙ. Моғайын, бында “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” федераль программалары ҙур роль уйнағандыр. Һис һүҙһеҙ, медицина учреждение­ларындағы эш шарттарының яҡшырыуы, яңы ҡорамалдар менән даими йыһазландырылыуы ла йоғонто яһамай ҡалмай.

Шуныһын да әйтеп үтәйек, һау­лыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюзы башланғысы менән ошо йылдан башлап програм­маларҙа халҡы 50 меңгә тиклем булған ҡалалар ҙа ҡатнашасаҡ (бығаса 25 меңгә тиклем ине). Профсоюз бының менән генә туҡталып ҡалырға теләмәй, программаға халҡы 100 меңгә тиклем булған ҡалаларҙы ла индерергә тәҡдим итә.

Яңыраҡ Хөкүмәттә үткән “Сәләмәтлек сәғәте”ндә быйыл специалитет буйынса 292 сығарылыш студентының 203-ө ауылдарға эшкә китәсәге белдерелде. Ординатура программалары буйынса вуз тамамлаған 359 белгестең 132-һе ауыл ерҙәренә барырға тейеш. Әлегә кадрҙарға ҡытлыҡтың баш ҡалала күҙәтелеүе ғәжәп тойола. Әммә был ысынбарлыҡ. Мәҫәлән, Республика балалар клиник дауаха­наһына бөгөндән 54 табип, 179 шәфҡәт туташы, Ғ. Ҡыуатов исе­мендәге Республика клиник да­уаханаһына 49 табип һәм 67 шәфҡәт туташы талап ителә. Бындай хәл 13-сө һәм 21-се дауахана­ларға ла хас.

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин кадрҙар етешмәүен тармаҡтағы иң ҙур проблема тип иҫәпләһә лә, уны хәл итеү юлдары барлығына, Нефтекама, Октябрьский ҡалалары медицина колледж­дарында өҫтәмә рәүештә асылған филиалдарға, киләсәктә уны тамамлағандарҙың дәүләт клиникаларына юл алыуына иҫәп тота.

Бөгөн республикала 1557 табип етешмәүе билдәле. Махсус программалар медицина учреждениеларын кадрҙар менән нығытыуға ярайһы ғына өлөш индергән. Мәҫәлән, “Ауыл табибы”на ярашлы, былтыр 68 табип – 1,5-әр миллион һум, 17 белгес бер миллион һум күләмендә аҡса алған. Республика етәксеһенең тәҡдиме менән айырыуса ихтыяж ҙур булған  белгеслек­тәргә эйә табиптарға компенсация түләнә, былтыр уны 42 белгес алған. Кадрҙарға ҡытлыҡ бигерәк тә ҡатмарлы эпидемия осоронда күҙәтелде.

 

“Юғалтыуҙарҙы” ҡапларға тейешбеҙ

 

– Миҙгел сирҙәре баш ҡалҡытҡан осорҙа белгестәрҙең етешмәүе айырыуса ныҡ һиҙелә. Әммә күмәк көс менән бындай көсөргәнешле мәлде лайыҡлы үтәбеҙ, студенттарыбыҙ һәр саҡ ярҙамға килә. Йәш белгестәр әлегәсә ковид-госпиталдәрҙә эшлә­үен дауам итә. Былтыр тармаҡҡа, 2019 йыл менән сағыштырғанда, 31 процентҡа күберәк табип килде, ә урта медицина хеҙмәткәрҙәре 21 процентҡа артығыраҡ булды. Быйыл эшкә 1088 табип һәм 1720 медицина хеҙмәткәрен алдыҡ.

Студенттар һайлаған профессиялары буйынса эшкә бармай, тигән фекер менән килешеп бөтмә­йем. Студенттан табип үҫтереү өсөн ете-туғыҙ йыл кәрәк. Һөнәрең буйынса эшләгең килмәй икән, ниңә шул хәтлем ваҡытты сарыф итергә? Вуз һәм медицина колледждары йыл һайын бюджет урындарын киңәйтә бара. Быныһы киләсәк өсөн. Өҫтәүенә, былтырҙан башлап маҡсатлы уҡыу ҡағиҙәләре ҡәтғилән­де. Районға эшкә ҡайтмаған һәм вуз менән төҙөлгән килешеүҙә ҡаралған срокты үтәмәгән өсөн ҡаты штраф санкциялары ҡаралған. Минеңсә, был талаптар йәштәрҙе тыуған яҡтарына эшкә ҡайтырға мәжбүр итәсәк, – тип күҙаллай министр.

Быйыл шундай маҡсатлы уҡыу тураһында 2267 килешеү төҙөлгән. Был – үткән йылдағынан байтаҡҡа юғарыраҡ. Тимәк, бөгөнгә барлыҡҡа килгән 377 табип һәм бер меңдән ашыу урта медицина хеҙмәткәрен “юғалтыуҙы” ҡаплау мөмкинлегенә өмөт бар.

Медицина хеҙмәткәрҙәренә иң ҙур ҡытлыҡ күҙәтелгән Өфөлә белгестәрҙе яҡлаған программа (ваҡытлыса фатир, балалар баҡсаһы менән тәьмин итеү, йорт төҙөү өсөн ер биләмәһе бүлеү һ.б.) юҡлығы ла – ҙур проблемаларҙың береһе. Иң ҙур ресурстарға эйә булған баш ҡалала табиптарҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү юлдары ҡаралмаған. Шул уҡ ваҡытта райондарҙа белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә, фатирҙарҙы ҡуртымға алыуға, йорт төҙөү өсөн ер биләмәһе бүлеүгә ҙур иғтибар бирелеүе – бик яҡшы күренеш.

 

“Табип хеҙмәте бер ҡасан да еңел булманы...”

 

Поликлиникаларҙа, дауахана­ларҙа буш вакансиялар тураһында белдереүҙәр күп. Үҙебеҙ йәшәгән биләмәләге поликлиникала эшләгән тәжрибәле, абруйлы табиптарҙың береһе Миңзәлә Ғәлийән ҡыҙының (исеме үҙгәртелде) кинәт эштән китеүен белеп, үкенес белдергәс, ул түбәндәгеләрҙе һөйләне:

– Ни өсөн табиптар өйрәнгән эшен, пациенттарын, даими йәшәгән урынын ташлап сит республика­ларға, хеҙмәт хаҡы юғары булған Мәскәүгә, Себергә китә? Сәбәптәре күп төрлө. Һуңғы ваҡытта үҙемдең ныҡ арып-талсығыуымды тойҙом, көн дә бер төрлө ығы-зығылы мөхит, ауырыуҙарҙы ҡабул иткәндән һуң ҡағыҙҙар тултырып, компьютерға текәлеп ултырыуҙар йонсотто. Бер аҙ ял итеп алырға, һаулығымды хәстәрләргә булдым, – тине ул. – Сәбәптәрҙең береһе – ковид раҫланған пациенттар менән эшләгән өсөн Социаль страховка фонды түләүҙәренең 15 июлдән туҡтатылыуы. Башҡа өҫтәмәләр ҙә кәмене. Тик, минеңсә, эш хаҡынан ҡәнәғәтһеҙлек кенә төп сәбәп түгел. Йәш белгестәр килеү менән эштең көсөргәнешлеген күреп аптырай, улар бит эш процесын вузда үтмәй, муниципаль медицина учреждение­һында бер йыл эшләп (ошондай стаж мотлаҡ кәрәк), коммерция нигеҙендә эшләгән дауаханаларға күсеү яғын ҡарай. Хәйер, унда ла урынлашыу еңел түгел.

Дәүләт дауаханаһында күп тигәндә хеҙмәтең өсөн 35 мең һум алһаң, шәхси клиникаларҙа ул ике тапҡырға тиерлек юғарыраҡ. Унда беҙҙәгеләй көсөргәнеш тә юҡ. Йәштәр тәүге эш көндәрендә үк өҫтәренә төшкән ауырлыҡты күтәрә алмай, сөнки документтар менән эшләү, айырыуса электрон рәүештә грамоталы  тултырыу ваҡытты ала. Беҙҙе лә бит даими тикшерәләр. Страховка компаниялары ла эште арттыра. Ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн штраф һалына. Документтар менән икеләтә эш башҡарыла. Һуңғы ваҡытта эште ябайлаштырыу тураһында һөйләй башланылар, артабан нисек булыр...

Пациенттар менән аралашыуға ваҡыт бик аҙ ҡала. Яңы килгән йәштәр коллективҡа инеп китһен, эшкә күнекһен өсөн дә ваҡыт кәрәк бит, уларға ла сабырлыҡҡа, ауырлыҡтарҙы еңергә, яуаплылыҡҡа өйрәнергә тура киләсәк. Табип хеҙмәте бер ҡасан да еңел булманы. Ҡайһы берәүҙәр хеҙмәттә үҙҙәре лә һиҙмәҫтән профессиональ яҡтан яна, хәлһеҙләнә. Батырҙар ҙа арый. Рустар был хәлде “выгорание” тип атай, беҙҙә ул, моғайын, “күтәртеү” һүҙенә яҡыныраҡтыр.

Был йәһәттән һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюзы рәйесе Рауль Хәлфиндең фекере иғтибарға лайыҡ.

“Табиптарҙың көндәлек эше – пациенттарҙың һаулыҡ торошон асыҡлау, диагностика һәм дауалау сараларын билдәләү һәм уларҙы дөрөҫ итеп рәсмиләштереү, юғиһә штраф санкцияларына эләгеүең ихтимал. Саманан тыш артыҡ эшләү хроник төҫ алды (1,5-2 ставкаға эшләү), операцияларҙың оҙаҡҡа һуҙылыуы, ҡабул ителгән ҡарарҙар өсөн юғары һәм даими яуаплылыҡ, көсөргәнеш һаулыҡта сағылыш тапмай ҡалмай.

Тармаҡтың 23 мең хеҙмәткәре – беҙҙең профсоюз ағзалары. Ошо йылдың яртыһында ғына профсоюз юристары пациенттар дәғүәһе буйынса 79 медицина хеҙмәткәрен яҡлай алды. Кадрҙар етешмәгән осорҙа табиптар физик һәм психологик яҡтан ныҡ талсығыу кисерә, улар ҙа арый һәм ауырый. Медицина хеҙмәткәрҙәрен һауыҡтырыу һәм реабилитациялау буйынса республика программаһы кәрәк. Баш­ҡорт­остан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү советы ағзаһы булараҡ, мин медицина хеҙмәткәр­ҙәрен шифаханаларҙа һауыҡтырыу, уларҙы арып-талсығыуҙан иҫкәртеү программаларын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр индерергә тырышасаҡ­мын”, – тип белдерҙе профсоюз лидеры.

- Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас в