Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
23 Сентябрь 2022, 16:27

Һимеҙлек туҡлыҡ билдәһе генә түгел

Күп ашау һәм аҙ хәрәкәтләнеү яҡшыға илтмәй.

Iznat сайтынан.
Фото: Iznat сайтынан.

Насар ғәҙәттәр ҙә, сәләмәтлеккә бәйле проблемалар ҙа бала саҡ иленән, тиергә ярата табиптарыбыҙ. Хәҙерге кескәйҙәр аҙ хәрәкәтләнә, тышта йүгереп уйнамай, күп ваҡытын гаджеттар менән үткәрә, барыһы ла ҡул аҫтында – үрелеп һыу эсәһе лә юҡ, шуға күрә мәктәпте тамамлаған биш баланың дүртеһенең сәләмәтлеге ҡаҡшаған була.

Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефенең төп сәбәптәре күптән билдәле. Табиптар уларҙы ошондай эҙмә-эҙлелектә ҡарай: тәмәке тартыу, алкоголле  эсемлектәр  менән мауығыу, физик әүҙемлектең түбәнлеге, тоҙҙо күп ҡулланыу һәм социаль шарттар.

Һуңғы йылдарҙа насар ғәҙәт­тәрҙе “ауыҙлыҡлау” буйынса бай­таҡ тәьҫирле саралар үткәрелде. Уңыштар ҙа бар. Тәмәке тартыу­сылар кәмене, алкоголь ҡулланыу кимәле түбәнәйҙе. Һөҙөмтәлә эшкә һәләтле йәштәге ир-ат араһында алкоголгә бәйле сирҙәрҙән үлем осраҡтары 18 процентҡа кәмене.

Табиптар әйтеүенсә, халыҡ араһында һимереү кимәлен кәме­теүҙә генә уңыштар күҙәтелмәй. 1993 йылдан алып ошондай диагноз ҡуйылған кешеләр һанының өс тапҡырға артыуы уларҙы хафаға һала. Шуныһы хәүефле, был проб­лемалар бик иртә башлана. Һигеҙ-ун йәштә тән массаһы индексы юғары булған ҡыҙ балалар 30 йәшкә еткәс артыҡ һимеҙлектән һәм сирҙәрҙән яфалана башлай.

 Бөгөн Рәсәйҙә һәр өсөнсө бала кәүҙә ауырлығының артыҡлығынан йонсой, һәр унынсыһына ҡыйыу рәүештә “һимереү” диагнозын ҡуйырға мөмкин. Һөт-йәшелсә урынына чипсы һәм бургерҙар ашап, ихатала уйнауға ҡарағанда социаль селтәрҙә ултырыуҙы хуп күреп үҫкән балаларҙа 15-16 йәштә үк элек пенсионерҙарҙа ғына осраған сирҙәрҙе асыҡлайҙар. Һимеҙлек туҡлыҡ билдәһе генә түгел, ә артериаль гипертония, шәкәр диабеты, атеросклероз, онкология һәм башҡа әллә күпме сирҙәрҙең үҫеше өсөн башланғыс та булып тора. Балаларҙың дөрөҫ туҡланмауында, әлбиттә, ата-әсәне ғәйепләйбеҙ. Атаһының макаронға  сосиска һалып, майонез ҡойоп ашап ултырыуын күргән бәләкәс ни өсөн һоло бутҡаһы йәки йәшелсә ашап ҡәнәғәт булһын инде? Хәҙерге йәмғиәттә асығыу ҙа мөмкин түгел, ҡайҙа ҡараһаң да магазин, кафе, фастфуд, “тәмле” реклама. Бындай мөхит беҙҙе күберәк ашарға һәм аҙ хәрәкәтләнергә мәжбүр итә, файҙалы булмаған, әммә аппетит тыуҙырған тәмлекәстәр нығыраҡ ымһындыра. Яңыраҡ тикшеренеү­селәр, Рәсәйҙең биш каналында барған рекламаға анализ яһап, элек Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы талаптарына ярашлы булған, маркетинг өсөн рөхсәт ителмәгән аҙыҡтарҙың хәҙер 60 проценты “сәләмәт аҙыҡ” булараҡ баһаланғанын асыҡлаған. Ә 20 процентын эксперттар бөтөнләй баһалай алмаған, сөнки маркировкала тейешле мәғлүмәт булмаған.

Донъяның 19 илендә алты-туғыҙ йәшлек балалар араһында һиме­реү хәүефе шарттарын асыҡлау буйынса үткәрелгән тикшереү кескәйҙәребеҙҙең сағыштырмаса сәләмәт тормош алып барыуын күрһәтте (күпселеге мәктәпкә йәйәү йөрөй, йәшелсә, еләк-емеш ашарға ярата һ.б). Шулай ҙа хәүефләнеү өсөн сәбәп етерлек. Мәктәптә уҡыған осорҙа һәр бишенсе балала хроник сирҙәргә юл һалына. Йыш ауырығандар күп. Уҡыусыларҙың ни бары 10-12 процентын ғына һау-сәләмәт тип иҫәпләп була, ти табиптар.

Сәләмәт тормош рәүеше әүҙем хәрәкәтләнеүҙе һәм дөрөҫ туҡла­ныуҙы ғына аңлатмай, ти билдәле балалар табибы Федор Катасонов. Ул һәр бала өсөн мөһим булған түбәндәге төп дүрт принципты атай.

Тәүгеһе – сәләмәт йоҡо. Насар йоҡлау сәләмәтлекте ҡаҡшата, уйлау һәләтен кәметә, ҡандағы лейкоциттар кимәлен аҙайта (тап улар иммунитет һәм организмдың яман шешкә ҡаршы тороусанлығын көсәйтә).

Икенсеһе – дөрөҫ туҡланыу. Табип раҫлауынса, балаларға составында күҙәнәкле туҡыма булған аҙыҡты ҡулланыу етешмәй. Шуға күрә эс ҡатыуы, геморрой, эсәк яман шеше үҫешенә юл асылыуы ихтимал. D витаминына ҡытлыҡ менән илдең бөтә киңлектәрендә осрашырға мөмкин. Доктор айырыуса уны ҡыш көндәрендә бала­ларға биреү яғында. “Организмда йод һәм тимер тейешле миҡдарҙа булһын. Йодлан­дырыл­ған тоҙ ҡулланығыҙ. Балалар рационында шәкәрҙе кәметегеҙ. Иң зарарлы аҙыҡ – шәрбәтле эсем­лектәр, шул иҫәптә – газланды­рылғандары ла. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, 0,33 литрлы шешәлә яҡынса ун балғалаҡ шәкәр бар. Көн һайын бер генә шешә һыу эсһәң дә, йылына дүрт килограмм шәкәр тигән һүҙ, ул организм тарафынан 6,5 килограмм майға әүерелә”. Табип балаларҙы мәж­бүрләп, алдаштырып ашатыуға ҡаршы. Улар үҙҙәренә күпме кәрәк, шунса ашарға тейеш, ти ул.

Өсөнсө кәңәш – физик әүҙем­лек. “Йылы көндәрҙә генә түгел, һалҡында ла тышта йөрөгөҙ. Һыуыҡҡа өйрәнеү иммунитет өсөн бик файҙалы”, – ти табип.

Дүртенсе ҡағиҙә стрестарҙы кәметеүгә ҡағыла. Нервы көсөргә­нешлеген бөтөрөү өсөн һыу процедуралары, тын алыу гимнас­тикаһы ярҙам итәсәк.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас