Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
23 Сентябрь , 13:00

Һоло кеҫәле - күп сиргә дауа

Ул - ашҡаҙан, бауыр, бөйөрҙәр өсөн бик файҙалы аҙыҡ. Үттәге, бәүел ҡыуығындағы ташты иретеү, ҡандағы холестерин күләмен кәметеү һәләтенә эйә. Иң ябай рецепты яҙып алығыҙ.

Һоло кеҫәле - күп сиргә дауа
Һоло кеҫәле - күп сиргә дауа

Һоло төнәтмәһе, бутҡаһы, буҙа, кеҫәле... Нисек кенә әҙерләп ҡулланһаҡ та, ул файҙалы үҙенсәлектәрен юғалтмай.

Һоло кеҫәле - ашҡаҙан, бауыр, бөйөрҙәр өсөн бик файҙалы аҙыҡ. Ул үттәге, бәүел ҡыуығындағы ташты иретеү, ҡандағы холестерин күләмен кәметеү һәләтенә эйә. Һоло - көс-хәл бирә, күңел төшөнкөлөгөнән арындыра торған ризыҡ. Артыҡ ауырлыҡты ла, белеп ҡулланғанда, уның ярҙамында кәметергә була.

Һолонан кеҫәл эшләү тураһында уйланһағыҙ, түбәндәге рецепт - иң ябайы.

Тәүҙә кәрәкле ингредиенттарҙы теүәлләп алабыҙ: 1 стакан һоло ярмаһы йәки яҫмығы (тиҙ бешә йәки бешермәйенсә ҡуллана торғандары бармай), 5 стакан һыу, бал.

Быяла һауыттағы һолоға ҡайнап һыуыған һыу ҡоябыҙ, бер киҫәк арыш икмәге лә ҡушып, һауыттың ауыҙын ҡаплап йылы урынға 24-36 сәғәткә ултыртып ҡуябыҙ, йәғни аҡ күперектәр барлыҡҡа килгәнсә. Шунан шыйығын ике ҡат марля аша айырып һөҙөп алабыҙ - ул ҡуйы һөт кеүек булырға тейеш. Ныҡ ҡуйы икән, һыу өҫтәргә була. Кәстрүлдәге шыйыҡсаны һүрән утҡа ҡайнатырға ҡуябыҙ, бер семтем тоҙ өҫтәйбеҙ, унда шыйыҡ кеҫәл хәленә килгәнсе тотабыҙ. Йылымыс хәлгә ҡалғас, дүрт ҡалаҡ йәки, үҙегеҙгә оҡшағанса, самалап бал өҫтәйбеҙ.

Әҙер һоло кеҫәлен көнө буйына теләгәнсә эсергә мөмкин. Ул эскә шифа булып төшә: организмды йылдар буйы йыйылған зарарлы матдәләрҙән таҙарта. Йыш ашағанда дөйөм хәлде яҡшырта, кәйефте күтәрә, сыҙамлылыҡты арттыра, ғөмүмән, сәләмәтлекте нығытырға булышлыҡ ҡыла.

Бынан тыш, һоло кеҫәле яраларҙы бөтәштереү, холестеринды кәметеү, үт бүленеүҙе, ашҡаҙан аҫты биҙенең эшмәкәрлеген яйға һалыу, май, матдәләр алмашыныуын көйләү, ашҡаҙан ауыртыуын бер ни тиклем баҫыу, тирене шымартыу, шешенеүҙе булдырмау, иммунитетты нығытыу, күреүҙе яҡшыртыу үҙенсәлектәренә лә эйә.

Фото: jenskiymir.com

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в