Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
23 Сентябрь , 14:15

Стәрлетамаҡта яман сирҙе асыҡлау үҙәге асылды

Башҡортостандың көньяҡ төбәктәре халҡы сифатлы, заманса диагностиканан файҙаланасаҡ.

Стәрлетамаҡта яман сирҙе асыҡлау үҙәге асылды
Стәрлетамаҡта яман сирҙе асыҡлау үҙәге асылды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһына эш сәфәре барышында ҡаланың 1-се клиник дауаханаһында яңы Позитрон-эмиссион томография үҙәген (ПЭТ) асыу тантанаһында ҡатнашты. Был үҙәк онкология сирҙәрен башланған сағында уҡ асыҡлау мөмкинлеген бирә.

Дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында тормошҡа ашырылған инвестиция проектын “МедИнвестГрупп” компанияһы ғәмәлгә ашырған. Ошо маҡсатта 220 миллион һум аҡса йәлеп ителгән.

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә был үҙәк тураһында былай тине:

“Беҙҙең республикала медицинаны үҫтереүҙә тағы бер етди аҙым был. Стәрлетамаҡта Позитрон-эмиссион томография үҙәген астыҡ. Яңы технологиялар табиптарыбыҙға сифатлы диагностика үткәреүгә, яңы барлыҡҡа килгән сирҙәрҙе алдан асыҡларға һәм ауырыу менән көрәш ысулын дөрөҫ һайларға булышлыҡ итәсәк. Онкология ваҡытында был теүәл тикшереүҙәр дауалауҙы мөмкин тиклем һөҙөмтәле итә. Шуныһы мөһим, медицина үҙәгендә пациенттар мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса бушлай хеҙмәтләндереләсәк.

Башҡортостанда беренсе Позитрон-эмиссион томография үҙәге бынан бер нисә йыл элек Өфөлә барлыҡҡа килде – беҙ илдә тәүгеләрҙән булып ядро медицина технологияларын үҙләштерә башланыҡ. Ул уңышлы эшләй һәм һуңғы йылдарҙа меңәрләгән кеше ғүмерен ҡотҡарҙы.

Ике йыл элек “МедИнвестГруп” компанияһының республикала ҙурлығы буйынса икенсе урында торған Стәрлетамаҡта Позитрон-эмиссион томография үҙәген төҙөү тураһындағы проекты беҙҙең “Инвестиция сәғәте” аша үтте. Инвесторҙарҙың тырышлығы һәм республиканың ярҙамы һөҙөмтәһендә Башҡортостандың көньяҡ төбәктәре  халҡы сифатлы, заманса диагоностиканан файҙаланасаҡ.

Хәҙер Башҡортостан, Мәскәүҙән тыш, ошондай ике үҙәк эшләгән төбәк. Шул уҡ ваҡытта киләсәкте лә уйлайбыҙ. “МедИнвестГруп” компанияһы менән Стәрлетамаҡта Нурлы дауалау үҙәген асыу тураһында һөйләштек. Өфөлә “Росатом” ядро медицинаһы үҙәген төҙөй башлай, был проектты “Инвестиция сәғәт”енең береһендә ҡарағайныҡ. Был йүнәлеште әүҙем үҫтерәсәкбеҙ. Уға ихтыяж бар һәм көнүҙәк.

Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ теләйем!”

Шулай уҡ республика Башлығы Стрәлетамаҡта асылған Позитрон-эмиссион томография үҙәге өсөн “МедИнвестГруп” компанияһына һәм был проектты тәҡдим иткән Виктор Владимирович Харитонинға рәхмәт белдерҙе.  

Сара барышында “МедИнвестГрупп” компаниялары төркөмө президенты Сергей Нотов та Стәрлетамаҡта бындай үҙәк асылыуынан һуң диагностика ҡеүәте буйынса Башҡортостандың Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылар рәтенә сығыуын билдәләп китте.

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Стәрлетамаҡта яман сирҙе асыҡлау үҙәге асылды
Стәрлетамаҡта яман сирҙе асыҡлау үҙәге асылды
Стәрлетамаҡта яман сирҙе асыҡлау үҙәге асылды
Стәрлетамаҡта яман сирҙе асыҡлау үҙәге асылды
Стәрлетамаҡта яман сирҙе асыҡлау үҙәге асылды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в