Сәләмәт булайыҡ
23 Сентябрь 2022, 11:28

Йоҡо туймау хәүефле

surgut-pnd сайтынан.surgut-pnd сайтынан.
Фото:surgut-pnd сайтынан.

Ғалимдар һау-сәләмәт кешеләр араһында ҡыҙыҡлы тәжрибә үткәргән. Уларҙы мейе эшмәкәрлеген МРТ аппаратында һигеҙ сәғәт йоҡлағандан  һәм йоҡо туймай торғандан һуң тикшергәндәр. Һөҙөмтәлә насар йоҡлауҙың когнитив функциялар һәм социаль аралашыу өсөн яуап биргән нейрон контурҙарының әүҙемлеген ныҡ кәметеүе асыҡланған.

Ғалимдар 200 кешенән торған төр­көмдөң йоҡо сифатын бер нисә тәүлек дауамында тикшергән. Эксперимент һө­ҙөмтәһендә махсус тест ярҙамында кешенең башҡаларға ярҙам күрһәтергә әҙерлеген баһалағандар. Кем насар йоҡлаған, йоҡоһо туймаған, улар  тирә-яҡтағыларға ярҙам итергә ашығып бармаған.

Тикшеренеү үткәреүселәр раҫлауынса, насар йоҡлау кешелә яңғыҙлыҡ тойғоһон тәрәнәйтә, аҙыраҡ аралашырға мәжбүр итә. Кешелек үҫешендәге уңыш интел­лектҡа ғына бәйле түгел, үҙ-ара туплан­ғанлыҡ һәм бер-береңә булышлыҡ итә белеүҙе лә үҙ эсенә ала. Тимәк, йоҡо – тәртибебеҙҙе, кешелеклелек тойғоларын һаҡлаған, һәр беребеҙ өсөн мөһим булған ҡиммәттәрҙең береһе. Бик ауыр осраҡ­тарҙа йоҡоһоҙлоҡтоң үлемгә килтереүе лә ихтимал, ти белгестәр. Бер нисә көн йоҡламауҙың сәләмәт кешелә галлюцинация һәм хәлһеҙлек тыуҙырыуы билдәле. Насар йоҡлау фекерләү ҡеүәһен кәметә, хәтерҙе тарҡата. Һөҙөмтәлә уйлап етке­релмәгән ҡарарҙар ҡабул ителә, йыш ҡына алдашырға мәжбүр итә.

Табиптар әйтеүенсә, даими йоҡо туймау организмды ҡаҡшата, уның һимереүгә, шәкәр диабетына, йөрәк сирҙәренә, деменцияға килтереүе ихтимал. Даими рәүештә төндә эшләгән кешеләрҙә йөрәк өйәнәге, инсульт, һимереү хәүефе нығыраҡ күҙәтелә. Йоҡлаған ваҡытта баш мейеһе бета-амилоидтар аҡһымынан арына, әгәр аҙ йоҡларға тура килһә, был матдәләр туп­ланып, ваҡыт үтеү менән мейелә нейродегенератив үҙгәрештәр барлыҡҡа килтерә.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас