

Әле – һауа торошоноң бик тотороҡһоҙ осоро, берсә ҡояш йылмая, берсә көслө ел иҫә, берсә һалҡын ямғыр яуа һәм ҡапыл көн һыуыта. Өҫтәүенә миҙгел сирҙәре, ковид “йоҡламай”, һәр кемде төрлө микроб-инфекциялар һағалай. Нисек ошо тотороҡһоҙ ваҡытты сирләмәй генә үткәрергә? Һәммәһен тиерлек бөгөн тап ошо мәсьәләләр борсой, шуға иммунитеттын нығытырға тырышалар.
Белеүебеҙсә, иммунитет - күҙәнәк һәм туҡымаларҙа үҙгәрештәр барлыҡҡа килтергән инфекциялы агенттарға һәм сит матдәләргә ҡаршы тороусанлыҡ. Уға күп нәмә бәйле, организм өсөн уның әһәмиәте бик ҙур. Беҙҙең ошо һаҡлау системаһы көйлө "эшләмәһә", төрлө аяуһыҙ микробтар организмды юҡҡа сығара һәм кешенең ғүмере өҙөлә. Шуға иммунитетты нығытыу өсөн иң төп талап – сәләмәт тормош алып барыу. Был сара организмдың төрлө сирҙәргә ҡаршы тороу мөмкинлеген арттырыр. Тағы көн режимын һаҡлағыҙ, тейешенсә йоҡлағыҙ, аҡһымға, төрлө витаминдарға һәм минералдарға бай ризыҡ ашағыҙ, физик яҡтан әүҙем булығыҙ.
Даими физик әүҙемлек сәләмәтлеккә һигеҙ йәштә лә, 80 йәштә лә ныҡ файҙалы. Шуға магазинға йәйәү йөрөгөҙ, юғары ҡаттарға лифтта түгел, ә баҫҡыстан менегеҙ.
Әгәр үҙегеҙҙә арыу-талсығыу тояһығыҙ, тағы йыш сирләйһегеҙ икән, был иммунитетығыҙ ҡаҡшаған, тигән һүҙ . Шуға сәләмәт тормош алып барыу – иң мөһиме. Яҡшы туҡланыу, йәшелсә, емеш-еләк ашау, күберәк таҙа һыу эсеү, саф һауала йөрөү, физик эш менән шөғөлләнеү – бына ябай ғына, әммә иң төп ҡағиҙәләр. Һаулығығыҙ торошона иғтибарлы булығыҙ, йылына бер тапҡыр булһа ла терапевҡа күренегеҙ, сәләмәт тормош алып барырға ғәҙәтләнегеҙ.
Фото: www.7ya.ru