Сәләмәт булайыҡ
24 Сентябрь 2022, 13:00

Сирлеләр күбәйә, берәү үлгән...

Ауырыуҙарҙың 189-ы  – 60 йәштән өлкән йәштәгеләр.

Сирлеләр күбәйә, берәү үлгән...Сирлеләр күбәйә, берәү үлгән...
Сирлеләр күбәйә, берәү үлгән...

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә республикала 854 кеше коронавирус сирен йоҡторған, бер пациент вафат булған. Әле өйҙә 4,2 меңдән ашыу ауырыу дауалана, дауаханаларҙа һәм госпиталдәрҙә 270 кеше ята, уларҙың 189-ы  – 60 йәштән өлкәндәр.

Пандемия башланғандан алып республикала коронавирус йоҡтороу осраҡтары 312,2 меңгә еткән, сир ҡорбандары – 5820 кеше. Вафат булғандарҙың күпселеген 65 йәштән өлкәндәр тәшкил иткән.

Коронавирус инфекцияһынан өс миллиондан ашыу кеше тулыһынса прививкаланған, был вакцина яһатырға тейешле халыҡтың 123,3 процентын тәшкил итә. Ә вакцинаны ҡабаттан яһатҡандар һаны республикала 868 меңгә еткән.

Фото: ufa.aif.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас