Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
25 Сентябрь 2022, 14:00

Һарымһаҡлы һөт

Һөттә ҡайнатылған һарымһаҡты быума, пневмония, йөрәк сирҙәре, йүткереүҙе дауалағанда ышаныслы ҡулланып була, ти халыҡ медицинаһы

Һарымһаҡлы һөт
Һарымһаҡлы һөт

Һарымһаҡ - көслө антиоксидант, уның микробтарға ҡаршы торор көсө бар. Ә уны һөт менән ҡатнаштырғанда инде дауалау үҙенсәлеге тағы ла арта төшә.

Алына: 250 миллилитр һыу, 10 теш таҙартылған һарымһаҡ, ярты литр һөт (майлылығы аҙ миҡдарҙа булғаны яҡшы), 2-3 балғалаҡ шәкәр (быныһы мотлаҡ түгел) йәки бал.

Әҙерләү. Һөттө кәстрүлдәге һыуға ҡойоп, уға ваҡланған һарымһаҡты һалабыҙ ҙа болғай-болғай талғын утта ҡайнатабыҙ. Яйлап шыйыҡлыҡтың яртыһы осоп бөткәнсе тотабыҙ. Шунан һөҙөп алып, шәкәр йәки бал өҫтәйбеҙ. Дауалау маҡсатында ҡулланғанда уны эҫе көйөнсә эсергә кәңәш ителә. Көнөнә өс тапҡыр ҡабул итергә.

Был эсемлек үрҙә һанап үтелгән сирҙәрҙән тыш, ҡандағы холестерин кимәлен кәметергә, ҡан әйләнешен яҡшыртырға булышлыҡ итә. Быуындар һыҙлауын, йүткереүҙе баҫа, йоҡоһоҙлоҡтан, түлһеҙлектән, кәрһеҙлектән дауа, ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай.

Фото:lifehackertips.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: