Сәләмәт булайыҡ
26 Сентябрь 2022, 10:00

Был рецепт бөтәһенә лә килешә

Тәжрибәле табип-онколог кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ.

Был рецепт бөтәһенә лә килешәБыл рецепт бөтәһенә лә килешә
Был рецепт бөтәһенә лә килешә

Әгәр ҙә бәүелгә анализда тоҙ барлығы асыҡланһа, бил тирәләре ауыртып йонсотһа, бөйөрҙәрҙе даими таҙартып алыу фарыз, ти табип-онколог Гөлнур Ниғманова.

Бының өсөн үҙенең сәхифәһендә ябай ғына, әммә һөҙөмтәле рецепт менән бүлешкән ул. Магазиндарҙа һатылған бер килограмм компот йыйылмаһын алып,  алдан ебетеп ҡуябыҙ. Артабан өс литр һыу һалып, ҡапҡасы ябыҡ кәстрүлдә ҡайнатабыҙ. Шуныһы мөһим: шәкәр-фәлән ҡушырға ярамай!

Ошо компотты көнө буйы эсәбеҙ, ә емештәрен ашайбыҙ. Был көндө башҡа аҙыҡтан тыйылып тороу мөһим. Һөҙөмтәлә бөйөрҙәр ҙә таҙара, эсәктәр ҙә ял итә. Был рецепт бөтәһенә лә килешә, кире йоғонтоһо юҡ, ти табип.

Фото pixabay. com

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас