Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
27 Сентябрь 2022, 22:30

Гөлйемеш йыйҙығыҙмы?

Уның төнәтмәһе - күп ауырыуҙарҙан һөҙөмтәле дауа. Рецебы - яҙмала.

Гөлйемеш йыйҙығыҙмы?
Гөлйемеш йыйҙығыҙмы?

Гөлйемеш - кешегә көн һайын кәрәкле файҙалы матдәләр, ҡиммәтле поливитаминдар сығанағы. Унда С витамины ҡарағаттыҡынан - ун, лимондыҡынан ҡырҡ тапҡыр күберәк. Каротинға ла, кишер, абрикос, һырғанаҡ менән сағыштырғанда, күпкә бай. Тағы ла уның составында В1, В2, К, Е, РР витаминдары, глюкоза, фруктоза, кальций, калий, магний, тимер бар.

Гөлйемештең шифалы төнәтмәһе организмды дөйөм нығытыусы, иммунитетты күтәреүсе сара булараҡ күптән киң ҡулланылыш тапҡан. Аш һеңдереү ағзалары, йөрәк, үпкә туберкулезы сирҙәрендә лә уның дауалаусы үҙенсәлектәре хәлде еңеләйтеүгә булышлыҡ ҡыла. Төнәтмәһе шулай уҡ көҙгө-ҡышҡы осорҙағы киҫкен респираторлы вирус сирҙәрен иҫкәртеүҙә, дауалауҙа һөҙөмтәле. Бөйөрҙәге, бәүел ҡыуығындағы ауыртыуҙы баҫыуҙа, ташты ваҡлап сығарыуҙа ярҙам итә.

Төнәтмәне нисек әҙерләргә? Дауаланыуҙы маҡсат итеп ҡуйғанда, уны 1х10 миҡдарында (гөлйемеш - һыу) алырға кәрәк, йәғни 200 миллилитр һыуға - 20 грамм емеш. Емештәрен тәүҙә блендерҙа ваҡларға (шулай иткәндә, эшләү ваҡыты ҡыҫҡара) кәңәш ителә. Гөлйемеш һалынған һыуҙы ҡайнатып сығарырға ла термоста йә башҡа ныҡлы ҡапҡаслы быяла һауытта дүрт-биш сәғәт төнәтергә. Теләгәндәр уға бал йә шәкәр өҫтәп эсә ала.

Сәләмәт булайыҡ!

Фото: pxhere.com

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: