

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы менән сирләүҙең 892 осрағы теркәлгән.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле стационарҙа 280 кеше дауалана. Уларҙың 205-е 60 йәште үткән. 13 пациент ауыр хәлдә. Өйҙә 4452 кеше дауалана, уларҙың 1263-ө - оло йәштәгеләр.
Һуңғы тәүлектә 613 кеше дауахананан һауығып сыҡҡан. Был ваҡытта өсәүҙең ғүмере өҙөлгән.
Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан вакцинаның беренсе компонентың 308 415 кеше (133,2 процент) яһатҡан. 3 087 031 граждан (124,2 процент) тулыһынса үткән. Бер тәүлектә республикалағы 11 877 кеше COVID-19-ҙан вакцина яһатҡан. 877 262 граждан ревакцинацияланған.
Ковид, миҙгел сирҙәре “һағалап” ҡына тора, һаҡ булығыҙ. Ғүмерҙән дә, һаулыҡтан ҡәҙерлерәк хазина юҡ донъяла!
Фото: murom.bezformata.com