Сәләмәт булайыҡ
28 Сентябрь 2022, 17:30

Дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү яҡшы

Белгестәр вакцинация хаҡында нимә ти?

Дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү яҡшыДауалауға ҡарағанда иҫкәртеү яҡшы
Дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү яҡшы

Башҡортостанда халыҡты, Милли иҫкәртеү прививкалары календарына ярашлы, вакцинациялау дауам итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алты айҙан балалар, уҡыусылар, студенттар, айырым һөнәр һәм вазифа буйынса эшләгән, мәҫәлән, медицина һәм мәғариф, транспорт, коммуналь өлкә ойошмаларындағылар вакцинацияланырға тейеш. Бынан тыш, йөклө ҡатындарға, 60 йәштән өлкәндәргә, хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейешлеләргә, шулай уҡ хроник сирлеләргә прививка яһатырға кәңәш ителә.

Башҡортостанда барлығы 789700 доза препарат килтерелгән. Улар “Ультрикс Квадри” һәм “Совигрипп” сауҙа маркалары аҫтында эшләнгән.

"Киҙеүгә ҡаршы прививкалар – грипп вирусы инфекцияһына, шулай уҡ төрлө эҙемтәләргә ҡаршы һөҙөмтәле иҫкәртеү ысулы", - ти белгестәр.

Фото: medaboutme.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас