Сәләмәт булайыҡ
29 Сентябрь 2022, 06:45

Бер генә тамсыһы ла зарарлы...

Водителдәр күп осраҡта заправка пистолеты менән һаҡ ҡыланмай, әйтерһең дә, унда химик матдә түгел, ә шишмә һыуы...

Бер генә тамсыһы ла зарарлы...Бер генә тамсыһы ла зарарлы...
Бер генә тамсыһы ла зарарлы...

 Беҙ тормошта бензинды йыш ҡулланабыҙ һәм уның парҙары менән тын алыуҙың сәләмәтлек өсөн ни тиклем зарарлы булыуын күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Водителдәр күп осраҡта заправка пистолеты менән һаҡ ҡыланмай, әйтерһең дә, унда химик матдә түгел, ә шишмә һыуы...

 Бензинда токсик матдәләр күп. Элек унда ҡурғаш та булған, тик уның сәләмәтлек өсөн үтә хәүефле икәнен белгәс, бензинды был металдан ҡотолғандырғандар. Хәҙер ҡурғаш өҫтәмәһәләр ҙә, ул һаман да кеше һаулығы өсөн зарарлы булып ҡала. Күп кенә заправкалау станциялары сервис хеҙмәтләндереүенән баш тарта, шуға күрә бензин менән туранан-тура эш иткән водителдәр һаны арта.

 Ни өсөн ул зарарлы? Беҙ уның парҙарын һулағанда ғына ла бензиндың организм туҡымаларын бик тиҙ туйындырыуын белмәйбеҙ. Ә тирегә эләккәндә, ул организмға тәрән үтеп инә. Тире тәнде һаҡлаусы тәүге һыҙат, иң ҙур ағза. Уның тәғәйенләнеше  – ҡанды, иммун системаһын һәм башҡа ағзаларҙы зарарлы матдәләрҙән һаҡлау. Иреткестәр, шул иҫәптән бензин, был һаҡлаусы ҡаршылыҡты урап үтә. Бер тамсыһы ғына ла тиренең бөтә ҡатламдары аша йәһәт кенә ҡан ағымына эләгә. Бөтә иреткестәрҙең дә көсө шунда.

 Уның ҡандан баш мейеһенә эләгеүе ихтимал, бауыр уның зыянын кәметергә тырышһа ла, зарарлы матдәнең  ҙур өлөшө бауырҙа туплана. Беҙ бензин парҙарын АЗС-тарҙа, заправка пистолетынан һулайбыҙ, машина газдарын йотабыҙ. Ә уның бер генә тамсыһы ла организмға емерткес тәьҫир итә!

 Белгестәрҙең иҫкәртеүенсә, бензиндың ғүмер оҙайлығын ҡыҫҡартыуы, иммун системаһын боҙоуы, нервы күҙәнәктәрен хәлһеҙләндереүе ихтимал. Уның тәьҫире беҙҙе вирустарға, бактерияларға бирешеүсән итә.

 Нимә эшләргә? Беренсенән, водителдәрҙе тулыһынса хеҙмәтләндереүсе  йәки пистолеттарҙа фиксаторҙар булған заправка станцияларынан файҙаланырға кәрәк, тип кәңәш итә белгестәр. Бирсәткәләр ҡулланырға кәрәк. Парҙарҙың һеҙҙең яҡҡа йүнәлмәүенә иғтибар итегеҙ. Организмығыҙҙы таҙартыуға иғтибар бирегеҙ. Мәғлүмәтле булыу һеҙҙе һәм ғаиләгеҙзарарлы матдәләрҙән һаҡланырға ярҙам итер.

Фото: fbm.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас