

Белорет районында тағы бер яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты эш башланы. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта хәбәр итә.
“Ишле фельдшер-акушерлыҡ пункты – Туҡан участка дауаханаһы подразделениеларының береһе, Ишле, Ҡоҙашман һәм Ялан ауылдарын хеҙмәтләндерә. Бөтәһе 283 кеше, хеҙмәтләндереү радиусы 12 километр”,– тип яҙа етәксе. Уның әйтеүенсә, элекке бина хәҙерге заман талаптарына яуап бирмәгән. Яңыһында фельдшер, процедура – прививка, дарыуҙар кабинеттары бар. Бина электр менән йылытыла, канализация, һыу үткәргесе эшләй. Электрокардиограф, ҡан һәм эске күҙ баҫымын үлсәү өсөн аппараттар, анализаторҙар, кислород ингаляторы, тын алыу аппараты урынлаштырылған. Шуныһы мөһим: пунктта вакцинация һәм диспансерлаштырыуҙың беренсе этабын үтеү мөмкинлеге бар.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы төҙөлгән. ”Йыл аҙағына тиклем Белорет районында тағы ике ФАП төҙөләсәк, улары Әзекәйҙә һәм Отнурокта”, – тип яңылыҡтары менән уртаҡлаша район хакимиәте етәксеһе.
Һуңғы осорҙа республикабыҙ райондарында, хатта элек медицина пункттары бөтөнләй булмаған төпкөл ауылдарҙа тәүге медицина ярҙамының яҡынлашыуын, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарының асылыуын, күсмә мобиль пункттарҙың эшләүен, халыҡтың һөйөнөсөн барыбыҙ ҙа күреп торабыҙ. Яңыраҡ һаулыҡ һаҡлау буйынса дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелеүе лә мәғлүм. Был беҙгә, Башҡортостанда йәшәгән һәр кешегә, нимә бирәсәк?
– Бюджет ресурстарының иң ҙур өлөшө социаль өлкәгә һәм граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелә. Бюджеттың социаль өлөшө – 70 процент тирәһе. Атап әйткәндә, киләһе йылға бюджетҡа үҙгәреш индергәндә “Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” программаһын финанслау яҡынса ике миллиард һумға арттырылды, шул иҫәптән, яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса сараларға, – тигәйне ултырыштарҙың береһендә республика Премьер-министры Андрей Назаров. Тимәк, һаулыҡ һаҡлау тармағы, финанс ҡатмарлыҡтарына, сәйәси баҫымға ҡарамаҫтан, үҫешергә, нығынырға тейеш.
Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың Дәүләт Думаһы ултырышында белдереүенсә, ауыл ерендә бөгөн тәүге медицина-санитар ярҙамды 15 республика медицина ойошмаһы, 51 үҙәк район дауаханаһы , 24 участка һәм 16 ҡала дауаханаһы, 196 табиплыҡ амбулаторияһы, 2086 стационар һәм 36 күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты күрһәтә. Бынан тыш, пациенттарға экстрен ярҙам кәрәккәндә уларҙы бик тиҙ дауаханаларға илтеү өсөн ике АН-2 самолеты, ике “R-44”Robinson вертолеты һәм бер АНСАТ самолеты бар. Алда ҙур бурыс – ауыл медицинаһын үҫтереүҙә дистанцион технологияларҙы ҡулланыу. Әле 1848 фельдшер-акушерлыҡ пункты “Һанлы иҡтисад”” милли проектына ярашлы интернет селтәренә тоташтырылды, компьютер ҡорамалдары менән йыһазландырылды.
– Һанлаштырыуҙы үҫтереүҙә төп йүнәлештәрҙең береһе – телемедицина. Бөгөн республика мәғлүмәт системаһында “Дистанцион консультациялар үҙәге” һәм “Видеобәйләнеш” модулдәрен эсенә алған Берҙәм рентгенологик система булдырылған, бөтә һанлы рентгенологик ҡорамалдар тоташтырылған, – тине министр.
Республикала “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программаларының үтәлеше, белгестәргә түләү мәсьәләләре лә ҡарала. Был программалар ауылдарға ике меңдән ашыу белгесте йәлеп итергә ярҙам итте.
–2022 йылда ауылдарға специалитет программалары буйынса –118, ординатура программалары буйынса 78 белгесте урынлаштырыу көтөлә, - тине Айрат Рәхмәтуллин.
Былтыр һаулыҡ һаҡлау тармағы республикала тәүге звеноны яңыртыу төбәк программаһын тормошҡа ашырыуға тотондо. Әле 26 медицина учреждениеһына капиталь ремонт үткәрелгән, ике поликлиника төҙөлгән, 73 модулле ФАП, ике табиплыҡ амбулаторияһы урынлаштырылған, өс поликлиника һәм бер дауахана төҙөлөшө башланған.
“Ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм унан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу – тармаҡ алдындағы иң ҙур бурыстарҙың береһе, беҙ шуға ынтылабыҙ ҙа”, – ти Айрат Рәхмәтуллин.
Республикала 2013 йылдан алып бөтә медицина ойошмалары өсөн берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы индерелде. Унда төрлө милек формаһындағы 205 медицина учреждениеһы иҫәпләнә. Яңы системала эшләү өсөн 23 меңдән ашыу хеҙмәткәр уҡытылған. Төбәктә медицина документтарының берҙәм базаһы булдырылған. Пациенттың электрон медицина картаһы мәғлүмәттәренән, ҡайһы медицина ойошмаһына теркәлеүенә ҡарамаҫтан, табиптар файҙалана ала. Тәүге звено медицина учреждениелары һанлы медицина изделиелары менән этаплап тәьмин ителәсәк. Бөгөн ФАПтарҙы диагностика ҡорамалдары, шул иҫәптән дистанцион тапшырыу функциялы компьютер кардиографтары менән йыһазландырыу бара.
Киләсәктә был эште тулыһынса башҡарыу, ҡалған 227 ФАПты Интернет селтәренә һәм дәүләт мәғлүмәт системаһына тоташтырыу өсөн 200 миллион һум аҡса талап ителә.
–Фельдшерҙарҙың дәүләт мәғлүмәт системаһында бөтә ҡеүәтенә эшләүе, телемедицина мөмкинлектәрен файҙаланыуы тәүге медик-санитар ярҙам сифатын яҡшыртасаҡ. Фельдшер киҫкен хәлдәр тыуғанда тейешле ҡарарға килеү өсөн тулы клиник-диагностик картинаны баһалай аласаҡ, – тип иҫәпләй һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.