

1999 йылда Бөтә донъя федерацияһы тарафынан Бөтә донъя йөрәк көнө иғлан ителде.
Был сараның маҡсаты кешеләрҙең иғтибарын, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең артыуы сәбәпле, үҙ сәләмәтлегенә һаҡсыл ҡарарға, шулай уҡ йөрәк ишемияһы, инсульт кеүек ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.
Бөгөн дә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре үлем сәбәптәре буйынса тотош донъяла алдынғы урындарҙың береһен биләй. Бигерәк тә ишемия, гипертония, киҫкен коронар синдром, баш мейеһе ҡан тамырҙары сосудтарының зарарланыуы кеүек ауырыуҙарҙан ғүмер өҙөлөү осраҡтары күп. Шуға йөрәк-ҡан тамырҙарын булдырмау өсөн уларҙы иҫкәртеү, алдан асыҡлау һәм үҙ ваҡытында дауалау фарыз.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” төбәк программаһы тормошҡа ашырыла. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлем осраҡтарын кәметеү, бындай сирлеләрҙең махсус медицина ярҙамынан файҙаланыуҙы арттырыу өсөн эшләнә.
Республиканың кардиология үҙәгендә йыл һайын 16 меңдән ашыу операция һәм тикшереү үткәрелә. Әлеге ваҡытта 39 тирәһе трансплантация эшләнгән. Республика биләмәһендә шулай уҡ туғыҙ Төбәк Ҡан тамырҙары үҙәге, алты беренсел ҡан тамырҙары бүлексәһе һәм бер шәхси ҡан тамырҙары үҙәге бар. Һөҙөмтәлә һуңғы биш йылда төбәктә миокард инфарктынан үлем осраҡтары 22,1, процентҡа артҡан.
Йөрәк-ҡан тамырҙары патологияһының төп сәбәбе – заман кешеһенең йәшәү образы үҙенсәлектәре. Бөтә донъя йөрәк көнө сәләмәтлеккә һаҡсыл ҡарарға саҡыра.
Фото: ВКонтакте