Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
30 Сентябрь 2022, 16:49

Һоло битте таҙарта

ru.depositphotos.com
Фото:ru.depositphotos.com

Һеҙҙең иғтибарға битте, муйын тирәһен таҙартып, сафландырып ебәрә торған тәбиғи скраб тәҡдим итәбеҙ.

Бының өсөн йыуыныу бүлмәһендә йәтеш кенә банкала һоло йәйпәге (хлопья) тотоғоҙ. Күҙ алдында күренеп ултырһа, даими рәүештә ҡулланыуға уңайлы.

Бер балғалаҡ самаһы һоло йәйпәген усығыҙға йомоп, саҡ ҡына һыу менән сылатығыҙ ҙа иҙеп йомшартығыҙ. Аҡһыл һут бүленеп сыҡһа, скраб әҙер. Ошо масса менән битегеҙҙе йомшаҡ ҡына итеп ыуығыҙ. Бер-ике минуттан бит кибә башлай. Иҙелмәйенсә йөҙөгөҙгә йәбешкән һоло йәйпәген еңелсә массаж хәрәкәттәре яһап төшөрөгөҙ. 10-15 минут самаһы башҡа эш менән булышырға мөмкин. Ошо ваҡыттан һуң йылымыс һыу менән битегеҙҙе йыуығыҙ. Теләк булғанда, скрабты муйынға ла һөртөргә мөмкин.

Тағы бер кәңәш: скраб ҡулланған саҡта һоло йәйпәге төшмәһен өсөн раковина тишеген сетка, салфетка йәки марля менән ҡаплап тороғоҙ.

Әҡлимә Ғиззәтуллина

Читайте нас: