Сәләмәт булайыҡ
30 Сентябрь 2022, 11:46

Сөйәл, пигмент таптары һәм башҡалар

rstver.rurstver.ru
Фото:rstver.ru

Сөйәл (һөйәл), ҡара нөктәләр, пигмент таптары матур күренеш түгел, биткә сыҡһа бигерәк тә.

Бындай осраҡтарҙа халыҡ түбәндәге ысулдарҙы ҡулланған. Сөйәл, папиллома, пигмент таптары кеүек тире ауырыуҙары борсоһа, алма һеркәһе ҡулла­нырға мөмкин, сөнки ул елһенеүгә, бактерияларға ҡаршы тора алырлыҡ үҙенсәлеккә эйә.

Сөйәл сыҡҡан урынды яҡшы­лап йыуғас, һеркәлә сылатылған мамыҡ киҫәген тирегә ябырға һәм бинт ярҙамында беркетеп нығытып ҡуйырға. 24 сәғәттән япманы алмаштырып, яңыһын бәйләргә. Уны алмаштырған арала зарарлы урынды тағы яҡшылап йыуырға кәрәк.  Йәнә бер көслө сара бар. Һарымһаҡтың һутын сирле ергә һөртөп, пластырь менән нығытып ҡуйырға була.

Папиллома борсоғанда ла алма һеркәһе уңышлы ҡулланыла. Уның менән компресты көнөнә ике тапҡыр эшләргә мөмкин.  Ике-дүрт аҙнанан папиллома юҡҡа сыға. Кастор майы менән сода ярҙамында ла ошондай тире ауырыуҙарын дауаларға мөмкин. Уларҙы бутап, паста яһайбыҙ ҙа папилломаға һөртәбеҙ. Уны көнөнә ике тапҡыр эшләргә кәрәк. Тағы бер ысул: мамыҡ киҫәгенә сәй ағасы майын тамыҙып, шуның менән папилломалы тирене эш­кәр­тергә була. Ике аҙна ҡуллан­ғандан һуң, һөҙөмтәһе күренә.

Пигмент табын һыу ҡушылған лимон һуты ярҙамында ағартырға мөмкин. Ике ингредиентты бергә бутап, зарарланған тирегә һөртөр­гә лә бер нисә минуттан йыуырға.

Шулай уҡ алоэ гөлөнән һығылған һут та ошондай проблемалы тирене ағарта. Уның һутын тирегә һөрткәндән һуң, ярты сәғәт тоторға, шунан йылы һыу менән йыуып төшөрөргә кәрәк. Бындай осраҡҡа ҡыҙыл һуғандың һуты ла килешә. Уны тирегә һөртөп, 10-15 минуттан йылымыс һыу менән йыуып төшөрөргә кәрәк. Һәр осраҡта ла табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

ИҒТИБАР!

Һеркәлә сылатылған мамыҡ киҫәген тирегә ябырға һәм бинт ярҙамында беркетеп нығытып ҡуйырға. 24 сәғәттән япманы алмаштырып, яңыһын бәй­ләргә. Уны алмаштырған арала зарарлы урынды тағы яҡшы­лап йыуырға кәрәк. 

Әҡлимә Ғиззәтуллина

Читайте нас