

Башҡортостанда йәшәгән 770 мең кеше киҙеүҙән прививка яһатҡан. Республикала бөтәһе 2,4 миллион самаһы кешегә прививка яһау күҙаллана. Был хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе.
– Халыҡты иммунизациялау өсөн республиканың һәр поликлиникаһында прививка яһау кабинеттары эшләй. Унда киҙеүҙән дә, коронавирус инфекцияһынан да прививка яһатырға мөмкин, – тине Айрат Рәхмәтуллин. – Башҡортостанға йәмғеһе 1,4 миллион доза киҙеүгә ҡаршы вакцина килтерелгән.
Параллель рәүештә COVID-19-ҙан вакцинациялау кампанияһы бара. Башҡортостанда 3,1 миллион кешегә коронавирус инфекцияһынан прививка яһалған.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры һүҙҙәренсә, ҡатмарлы эҙемтәләрҙе иҫкәртеү өсөн алты ай һайын вакцина яһатырға һәм ҡабаттан вакцина яһатырға кәңәш ителә. Тәүге респиратор билдәләре беленеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә һәм үҙаллы дауаланмаҫҡа кәрәк. Хәле ҡапыл насарайғанда, 38,5 градустан юғарыраҡ температурала – "Ашығыс ярҙам" саҡыртырға.
Башҡортостан Башлығы республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяевҡа сәнәғәт предприятиелары менән киҙеүгә ҡаршы вакцинация буйынса эште ойошторорға ҡушты.
- Вакциналарҙың бер өлөшөн беҙ федераль квота буйынса алабыҙ, ә икенсе өлөшөн хеҙмәткәрҙәр өсөн предприятиелар үҙҙәре һатып ала, - тине Радий Хәбиров. - Был ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары буйынса түләүгә ҡарағанда отошлораҡ.
Фото: moslenta.ru