Сәләмәт булайыҡ
4 Октябрь 2022, 18:00

Банан ашарға яратһаң...

Депрессия кисерәһеңме? Арыйһыңмы, шешенәһеңме, юғары ҡан баҫымынан йонсойһоңмо? Тәмәкене ташлағың киләме? Кәңәштәр - яҙмала.   

Банан ашарға яратһаң...Банан ашарға яратһаң...
Банан ашарға яратһаң...

Банан депрессияны еңергә булышлыҡ итә. Унда триптофан - бәхет гормоны серотонинды эшкәртеп сығарыусы матдә бар, шунлыҡтан кәйефте күтәреүгә, тынысландырыуға һәләтле.

Банан аллергия тыуҙырмаған еләк-емештәр рәтендә тора.

Һөйәктәрҙе нығыта. Банан ашағандан һуң организмда кальций йыуылмай, киреһенсә, һаҡлана.

Аш эшкәртеүҙе яҡшырта. Ундағы пектин һәм хелаттар организмдағы токсиндарҙы, башҡа зыянлы матдәләрҙе сығара, шул арҡала аш һеңдереү эше көйләнә.

Эсәктәге микрофлораны яҡшыртыу өсөн яҡшы. Составына ингән матдәләрҙәге ферменттар ашағанды тиҙерәк эшкәртеүгә һәләтле. Эс ҡатыуҙан яфаланғандарға ла банан килешә. Даими рәүештә уны ҡулланғандар бындай проблеманың барлығын да онотор. Шулай уҡ, киреһенсә, эс китеүҙән дә, үҙәк көйөүҙән дә банан ҡотҡара ала.

Банан - энергия сығанағы. Бигерәк тә физик күнекмә алдынан уны ашау һәйбәт: шәкәр күләме тиҙ күтәрелмәгәнлектән, хәл бөтмәйәсәк. Физик күнекмәләрҙән һуң аяҡ мускулдары тартышһа ла, банан ашағыҙ. Хәлдең еңеләйеүе бананда калийҙың күп тупланыуы менән аңлатыла.

Банан ҡатын-ҡыҙға күрем ваҡытында яҡшы ризыҡ һанала. Ундағы серотонин һәм башҡа файҙалы матдәләр насар кәйеф-тороштан, хәлһеҙлектән, ауыртыныуҙан арындыра ала. Шешенгәндә лә банан ашарға тәҡдим ителә.

Бананда тимер күп - был аҙ ҡанлылыҡты, анемияны дауалағанда алыштырғыһыҙ.

Йөрәк сирҙәре. Емештә калий күп, ул ҡан тамырҙарының торошон яҡшыртып, инфаркт һәм инсульт хәүефен кәметә, ҡан баҫымы юғары булғандарҙың хәленә ыңғай йоғонто яһай.

Бананда антиоксиданттар һәм аминокислоталар бар, улар организмды һаҡлай һәм иммунитетты күтәрә.

Бананды юл йөрөгәндә алыу яҡшы: күңел болғанғанда ашаһаң, йөрәккә ял бирә.

Себен-серәкәй тешләгәндән һуң тән ҡысытып борсоһа, банан ҡабығының эске яғын ҡаратып тирегә һалһаң, ныҡ ярҙам итә.

Тәмәке ташларға теләгәндәргә банан ашарға кәрәк, ундағы витаминдар, калий, магний никотинды организмдан тиҙерәк сығарырға булышлыҡ итә, организды файҙалы матдәләр менән туйындыра.

Калий аҡыл үҫешенә лә яҡшы йоғонто яһай. Уҡыусыларға физик, аҡыл көсөргәнеше талап ителгән ваҡытта банан ашатыу эшмәкәрлекте көсәйтергә, һөҙөмтәләрҙе күтәрергә булышлыҡ итә.

Фото: million-ludei.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас