Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Октябрь 2022, 23:15

Үҙ белдегең менән дауаланма

Хәл кинәт ауырайһа, температура 38,5 градустан юғарыраҡ күтәрелһә, “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға кәрәк.

Үҙ белдегең менән дауаланма
Үҙ белдегең менән дауаланма

Киҙеүгә ҡаршы вакцина яһатыу иҫкәртеү прививкаларының милли календарына ярашлы үткәреләсәк, тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. Был көндәрҙә республикаға бер миллион ярым доза вакцина килтерелеүе билдәле.

Планға ярашлы, миҙгел киҙеүенән халыҡтың 60 проценты йәғни 2 400 000 кеше прививкаланасаҡ. Шул иҫәптән 680 мең балаға һәм ете мең ауырлы ҡатынға вакцина яһатыласаҡ. Прививкаларҙың милли календарына инмәгән кешеләр өсөн “Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” программаһына ярашлы республика средстволарына 3 030 доза ”Гриппол” вакцинаһы һатып алынған. Әлегә халыҡтың 770 меңе киҙеүҙән прививка яһатҡан.

Шул уҡ ваҡытта коронавирус инфекцияһынан да прививка яһатыу дауам итә. Һаулыҡ һаҡлау министры әйтеүенсә, һәр алты ай һайын вакцина ҡаҙатыу ауыр сир эҙемтәләренән һаҡланырға ярҙам итәсәк. Ауырыуҙың тәүге билдәләре күҙәтелеү менән мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк, үҙ белдегең менән дауаланырға ярамай, тип кәңәш бирә министр. Хәл кинәт ауырайһа, температура 38,5 градустан юғарыраҡ күтәрелһә, “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға кәрәк.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: