Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Октябрь 2022, 20:45

Тармаҡ килешеүе оҙайтылды

Унда ниндәй шарттар ҡаралған?

Тармаҡ килешеүе оҙайтылды
Тармаҡ килешеүе оҙайтылды

Бөгөн Республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошмаһы, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм "Һаулыҡ һаҡлауҙы һәм йәмәғәт һаулығын ойоштороу буйынса йәмғиәт" төбәк бүлексәһе Тармаҡ килешеүен бер йылға оҙайтты. Унда был өлкә эшсәндәренең, шул иҫәптән “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең быйыл март айында индерелгән барлыҡ ғәмәлдәге льготалары, гарантиялары һаҡланған. Закондағы үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, хеҙмәтте һаҡлауға ҡағылышлы мәсьәләләр блогы көсәйтелгән, тулыландырылған.

"Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюз ойошмаһы менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, артабан да шулай буласаҡ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы өсөн кадрҙар сәйәсәте, медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын яҡшыртыу, түләүҙе арттырыу мәсьәләләрен индереп, беренсе урында тора. Төрлө яҡтарҙың берләшеүе тармаҡтың кадрҙар ҡеүәтен нығытыуға өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк", –  тип билдәләне һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

"Тармаҡ килешеүендә тәүге тапҡыр "бергәләп лайыҡлы эш хаҡы, һөҙөмтәле мәшғүллек һәм хәүефһеҙ хеҙмәт шарттарын тәьмин итеп, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу" пункты барлыҡҡа килде. Был хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын индексациялауҙы һәм окладтарын, шул иҫәптән башҡа персоналға ла, арттырыуҙы күҙ уңында тота.

Шулай уҡ Профсоюз менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы араһында сәләмәтлекте нығытыуға, һөнәри йәһәттән "яныу"ға юл ҡуймауға, йәмғиәттә медицина хеҙмәткәрҙәренең абруйын, статусын күтәреүгә йүнәлтелгән корпоратив программаларҙы индереү кәрәклеген аңлайбыҙ. Ғәмәлдәге Тармаҡ килешеүен Профсоюз тулы тип иҫәпләй, ошондай ҡатмарлы ваҡытта уның йөкмәткеһен һаҡлап ҡала алыуыбыҙ мөһим. Йыл дауамында яҡтар 2023 - 2026 йылдарға яңы Тармаҡ килешеүен әҙерләү буйынса аҙымдар яһаясаҡ. Килешеү закон көсөнә эйә. Был бөтә Башҡортостан буйынса дауаханаларҙа, поликлиникаларҙа коллектив килешеүҙәр әҙерләү өсөн нигеҙ буласаҡ", - тип билдәләне Рауил Хәлфин.

Фото: health.bashkortostan.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: