

Көҙҙөң йылы матур көндәре тамамланыуға бара, тимәк, миҙгел сирҙәренең баш ҡалҡыта башлаясағына ла күп ҡалмай. Белеүегеҙсә, ғәҙәттәге киҙеү, киҫкен респиратор вирус сирҙәренә, хәҙер килеп, коронавирус инфекцияһы өҫтәлде. Табиптарҙың әйтеүенсә, йоғошло сирҙәр йөрәк-ҡан тамырҙарына кире йоғонто яһай, һаулыҡты ныҡ ҡаҡшата. Республика кардиология диспансерының табип-кардиологы Наилә Әҙеһәм ҡыҙы Мәмлиева ошо хаҡта аңлатма бирҙе.
– Һәр йоғошло сир йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлегендә сағылыш таба. Йөрәк ритмы үҙгәреүе, ҡан баҫымы тотороҡһоҙланыуы, ҡан ойошоуы боҙолоуы күҙәтелә. Йоғошло ауырыуҙарҙың кешене эндокард, перикард һәм миокард сирҙәренә юлыҡтырыуы ихтимал. Йыш ҡына улар тромбтар барлыҡҡа килтереп, инфаркт, инсульт рәүешендә өҙлөгөүҙәр менән үтә. Йоғошло сирҙәр барышында йөрәк клапандары зарарланыуы мөмкин. Ауыр сир процесы кардиомиопатия һәм эндокардит кеүек бик етди йөрәк ауыруҙарына килтереүе ихтимал.
Ҡайһы бер өлкән пациенттар прививка һөҙөмтәһендә былай ҙа ныҡлы булмаған иммунитеттарын “ултыртып” ҡуйыуҙан ҡурҡа. Йыш ҡына миҫалға күп тапҡыр вакцина яһатҡан Владимир Жириновскийҙы килтерәләр. Һәр кемдең сәләмәтлек торошо төрлөсә. Берәүҙәр коронавирусты еңел үткәрә, икенселәр ауырығандан һуң әллә күпме өҙлөгөүҙәргә дусар була. Аҙаҡ йылдар буйы дауаланырға тура килә. Ә прививкалар организмға төшкән ауырлыҡты кәметә. Прививка яһатҡандар ҙа сирҙе йоҡтора, әммә улар вакцина ҡаҙатмағандар дусар булған хәүефле өҙлөгөүҙәрҙән азат.
Владимир Жириновский һигеҙ тапҡыр вакцина яһатҡан. Аҙ ғына ваҡыт арауығы өсөн был бик күп. Вирусологтарҙың раҫлауынса, ревакцинацияларҙың артыҡ күп яһатылыуы кешенең иммунитетын көсһөҙләндереүе мөмкин. Ғалимдарҙың фекеренсә, прививканы дүрт айға бер тапҡырҙан да йыш яһатыу хәүефле. Айырыуса оло йәштә. Шул уҡ ваҡытта ревакцинацияны ваҡытында яһатыу сирҙе еңел үткәрергә ярҙам итә. Әйтүемсә, һәр кемдең сәләмәтлек торошо үҙенсә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан һәр ярты йыл һайын ревакцинация яһарға тәҡдим итә. Тап ошо осорҙа прививка яһатҡандарҙың күпселеге антиесемдәр яҡлауы аҫтында була. Был ваҡыт уҙғандан һуң сирҙе йоҡтороу һәм уны ауыр үткәреү хәүефе арта. Бары хроник сирҙәр киҫкенләшкәндә вакцина яһатырға ярамай. Ғөмүмән, йөрәк-ҡан тамырҙарына дусар ауырыуҙар һәр осраҡта үҙҙәрен дауалаған табип менән вакцина ҡаҙатыу тураһында кәңәшләшергә тейеш.
Коронавирус инфекцияһын үткәргәндән һуң миокардитҡа юлыҡҡан, йөрәк ритмы боҙолған пациенттарҙы ҡабул иткәнем булды. Уларға оҙаҡ дауаланырға, дауалау һәм реабилитация курстарын үтергә тура килде. Киҙеүҙән прививка яһатыу өсөн әле ҡулайлы ваҡыт. Уны йылына бер тапҡыр яһатыу етә. Ә коронавирустан ярты йыл һайын вакцина ҡаҙатырға кәрәк. Әгәр үҙегеҙҙең һаулығығыҙҙы хәстәрләргә теләйһегеҙ һәм яҡындарығыҙҙың сәләмәтлеге өсөн борсолаһығыҙ икән, тимәк, прививка яһатырға ваҡыт еткән. Әлбиттә, тәүҙә үҙегеҙҙең дауалаған табип менән кәңәшләшегеҙ һәм вакцина яһатыуға яҙылығыҙ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.