Сәләмәт булайыҡ
7 Октябрь 2022, 16:15

Күпте күргән, күпте кисергән...

"Владимир Путин санитар-эпидемиологик хеҙмәт эшсәндәрен күренмәгән фронттың яугирҙәре тип атаны".

Күпте күргән, күпте кисергән...Күпте күргән, күпте кисергән...
Күпте күргән, күпте кисергән...

Рәсәйҙә санитар-эпидемиологик хеҙмәт булдырылыуға бер быуат! Баш ҡалалағы “Торатау” конгресс-холында ҙур юбилейға арналған тантана үтте. ”Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак 2022 йылдың хеҙмәт өсөн бик әһәмиәтле булыуын билдәләне.

– Дәүләт башлығы Владимир Путин “Роспотребнадзор” учреждениелары етәкселәрен Ҙур Кремль һарайына йыйып, һәр беребеҙҙе ҡотлап, дәүләт наградалары тапшырҙы. Ул беҙҙе күренмәгән фронттың яугирҙәре, хеҙмәттәштәре тип атаны. Уның әйтеүенсә, беҙҙең эш уға тышҡы разведкалағы хеҙмәтте хәтерләтә. Был барыбыҙ өсөн бик тулҡынландырғыс һәм мөһим булды, – тине Анна Казак. – 15 сентябрь – санитар-эпидемиология хеҙмәте көнө дәүләт статусы алыуы беҙҙең өсөн ҡиммәт. Хәҙер йыл һайын һеҙҙең менән үҙебеҙҙең һөнәри байрамыбыҙҙы билдәләйәсәкбеҙ.

Был датаға арналған коллегия ултырышында Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты. Уның билдәләүенсә, был хеҙмәт үҙенең юбилейына ҙур тәжрибә туплап һәм бөтә яңы технологиялар менән ҡоралланып килде. Ул айырыуса  идаралыҡтың коронавирус инфекцияһы таралыуын булдырмау буйынса эшенә иғтибар йүнәлтте.

– Һеҙ COVID-19 инфекцияһына лаборатор тест биреүҙе ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәттегеҙ. Төбәккә бер миллиондан ашыу экспресс тест килтерелде. “Роспотребнадзор” етәкселегендә 33 лаборатория асылды. Күмәк көс менән республикала 2,7 миллиондан ашыу кешегә вакцина яһатылды. Был йәһәттән беҙ –Волга буйы федераль округында иң алдынғыһы, – тип белдерҙе Андрей Назаров.

Халыҡты иммунизациялау уның эшмәкәрлегендә айырым урын алып тора. Һуңғы биш йыл эсендә генә республикала социаль әһәмиәтле инфекцияларға ҡаршы ун миллионға яҡын прививка яһалған. Ә 15 миллиондан күберәк прививка киҙеү, вируслы гепатит һәм полиомиелитҡа ҡаршы эшләнгән. Һөҙөмтәлә киҫкен вируслы гепатиттар 114 тапҡырға кәмегән!

Премьер-министр был хеҙмәткә нигеҙ һалған идаралыҡ ветерандарын да йылылыҡ менән телгә алып үтте. Беҙ ҙә уларҙың ҡайһы берҙәрен яҡшы хәтерләйбеҙ. Мәҫәлән, 1989 йылда Оло Тәләк янындағы һәләкәт ваҡытында оператив штаб координаторы Леонид Коробов, 1990 йылда Өфөләге һыу алғыстарын фенол һәм химик матдәләр менән бысратыу эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оператив штаб етәксеһе Владимир Ярославцев, 2004 йылда яңынан булдырылған идаралыҡтың беренсе етәксеһе Роберт Такаев, Башҡортостан буйынса баш дәүләт санитар табиптар Иосиф Геллерман, Татьяна Савинова һәм Геннадий Минин  үҙ эштәрен намыҫ менән башҡарҙы.

Күпте күргән, күпте кисергән хеҙмәтте дауам итеүселәр бөгөн дә кешеләрҙең һаулығы өсөн көрәш һыҙығында. Андрей Назаров санитар-эпидемиология хеҙмәтенең алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырып, юғары профессионаллектәре һәм яуаплы мөнәсәбәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Анна Казак әйтеүенсә, илдең һәр үҫеш этабы “Роспотребнадзор” алдына ҡатмарлы һәм уны хәл итеү өсөн әҙер ҡарарҙар булмаған бурыстар ҡуя. “Хеҙмәттең йөҙ йыллығы почетлы дата ғына түгел, тәү сиратта ул беҙҙең өсөн ҙур яуаплылыҡ, артабан да уны һаҡларға, үҫтерергә тейешбеҙ”, – тип иҫәпләй Анна Казак.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас