Сәләмәт булайыҡ
7 Октябрь 2022, 12:15

Вафат булыусылар бар...

Тәүлек эсендә 581 пациенттың һауығыуы билдәле.

Вафат булыусылар бар...Вафат булыусылар бар...
Вафат булыусылар бар...

Һаулыҡ һаҡлау  министрлығы хәбәр итеүенсә, пандемия башланғандан алып, коронавирус менән сирләгәндәр һаны республикала 322 955 кеше тәшкил итә.  Һуңғы тәүлектә йәнә 501 кешенең сирҙе эләктереүе асыҡланды.

Әле республика стационарҙарында 272 ауырыу дауалана, амбулатор шарттарҙа – 4 207 кеше. Тәүлек эсендә 581 пациенттың һауығыуы билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы тәүлектә тағы өс ауырыуҙың вафат булыуы асыҡланды, коронавирус ҡорбандары  республикала 5 849 кешегә етте.

 Рәсәйҙә тәүлек эсендә 22 268 кешенең сирҙе йоҡтороуы асыҡланған. Һауыҡҡандар 39 меңдән ашыу. 104 пациент вафат булған.

 Миҙгел сирҙәренең баш күтәреүе лә билдәле. Белгестәр әйтеүенсә, ноябргә тиклем киҙеүҙән вакцина яһатыу мөһим.  Улар бер юлы киҙеүҙән дә, коронавирустан да прививка ҡаҙатырға кәңәш итә. Шулай уҡ йәмәғәт урындарында санитария-гигиена талаптарын үтәү элеккесә ҙур әһәмиәткә эйә.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас