Сәләмәт булайыҡ
10 Октябрь 2022, 12:15

Йүтәлде баҫыр өсөн...

Миҙгел алмашынған осорҙа күп кешенең тын юлы сирҙәре баш ҡалҡыта

Йүтәлде баҫыр өсөн...Йүтәлде баҫыр өсөн...
Йүтәлде баҫыр өсөн...

Миҙгел алмашынған осорҙа күп кешенең тын юлы сирҙәре баш ҡалҡыта. Уның киң таралғандары: йүткереү, бронхит, астма. Был сирҙәр башланыуының сәбәбе төрлө булыуы мөмкин: инфекция, аллергия йә булмаһа тәмәке тартыу һ.б.

Һыуыҡ үткәреп йә инфекция аша йүткереп сирләгәндә элек-электән ошондай ысулды файҙаланғандар.

Кәрәк:
ярты килограмм ҡыҙыл һуған
ярты килограмм шәкәр (әҙерәк алырға мөмкин)
ике лимон
1,5 литр һыу
ете ҡалаҡ яңы шыйыҡ бал.

Әҙерләү
1. Шәкәрҙе металл һауытта болғай-болғай иретергә.
2. Һуғанды ваҡ итеп турап шәкәргә ҡушырға ла, бер аҙ ҡыҙҙырып, тейешле һыуҙы өҫтәргә.
3.Һыуҙың өс өлөшө осоп бөткәнсә ҡайнатырға.
4. Массаны һыуытырға ҡуйырға.
5. Бал, лимон һуты өҫтәп яҡшылап болғатырға.
6. Ҡатнашманы төнгөлөккә ҡалдырырға.
7. Быяла һауытҡа һөҙөп алырға.

Ҡулланыу.
Шифалы эсемлекте ашар алдынан берәр ҡалаҡлап ҡына ҡулланырға кәрәк. Быны һауыҡҡансы эсергә була.

Халыҡ дауалау ысулдары кемгәлер сихәт килтерһә, икенселәргә килешмәүе лә ихтимал. Мәҫәлән, ниндәйҙер ингредиентҡа аллергия була икән, тимәк, ул кешегә был дауаны ҡулланырға ярамай.
Фото:YouTube

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас