Сәләмәт булайыҡ
12 Октябрь 2022, 16:15

Ковид сигенмәй

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы түбәндәгеләр хаҡында хәбәр итте.

Ковид сигенмәйКовид сигенмәй
Ковид сигенмәй

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 12 октябрҙә республикала коронавирус менән сирләүҙең 269 осрағы теркәлгән.

Әле медицина учреждениеларында 245 кеше ковидтан дауалана. Уларҙың 160-ы 60 йәштән өлкәнерәк. 13 кеше ауыр хәлдә, икәү яһалма тын алыу аппаратына тоташтырылған. 3896 сирле өйҙә дауалана, уларҙың 1169-ы – оло йәштәгеләр.

Бер тәүлектә 368 кеше дауаханан һауығып сыҡҡан.

Башҡортостанда коронавирустан вакцинаның беренсе компонентын 348197 граждан (134,6 процент) яһатҡан. 3 138 407 кеше прививканы тулыһынса эшләткән. 898 280 граждан ревакцинация яһатҡан.

Ковид бөтмәне, башҡа миҙгел сирҙәре лә “һағалай”. Сәләмәтлегегеҙгә һаҡсыл ҡарағыҙ, ауырымағыҙ.

Фото: vyksavkurse.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас