

Әле – һауа торошоноң бик тотороҡһоҙ осоро, берсә көслө ел иҫә, берсә һалҡын ямғыр яуа. Өҫтәүенә, миҙгел сирҙәре, ковид “йоҡламай”, тағы һәр кемде төрлө микроб-инфекциялар ҙа һағалай. Нисек ошоларҙың барыһына ла ҡаршы торорға? Нисек ошо тотороҡһоҙ ваҡытты сирләмәй генә үткәрергә? Һәммәһен тиерлек бөгөн тап ошо мәсьәләләр борсой, шуға күптәр иммунитетын нығытырға тырыша.
Белеүебеҙсә, иммунитет – күҙәнәк һәм туҡымаларҙа үҙгәрештәр барлыҡҡа килтергән инфекциялы агенттарға һәм сит матдәләргә ҡаршы тороусанлыҡ. Уға күп нәмә бәйле, организм өсөн уның әһәмиәте бик ҙур. Беҙҙең ошо һаҡлау системаһы көйлө “эшләмәһә”, төрлө аяуһыҙ микробтар организмды юҡҡа сығара һәм кешенең ғүмере өҙөлә.
Шуға иммунитетты нығытыу өсөн иң төп талап – сәләмәт тормош алып барыу. Был сара организмдың төрлө сирҙәргә ҡаршы тороу һәләтен арттырыр. Йәнә көн тәртибен һаҡлағыҙ, тейешенсә йоҡлағыҙ, аҡһымға, төрлө витамин-минералдарға бай ризыҡ ашағыҙ, физик яҡтан әүҙем булығыҙ.
Даими физик әүҙемлек сәләмәтлеккә һигеҙ йәштә лә, 80 йәштә лә ныҡ файҙалы, шуға күрә магазинға йәйәү йөрөгөҙ, юғары ҡатҡа лифтта түгел, ә баҫҡыстан менегеҙ.
Үҙегеҙҙә арыу-талсығыу тойһағыҙ, йыш сирләһәгеҙ, был – иммунитетығыҙ ҡаҡшаған тигән һүҙ. Баланслы туҡланыу, йәшелсә, емеш-еләк ашау, күберәк таҙа һыу эсеү, саф һауала йөрөү, физик эш менән шөғөлләнеү уны нығытыуға булышыр. Һаулығығыҙ торошона иғтибарлы булығыҙ, йылына бер тапҡыр булһа ла терапевҡа күренегеҙ, сәләмәт тормош алып барырға ғәҙәтләнегеҙ.
Иммунитетты нығытыу өсөн иң төп талап – сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу. Был сара организмдың төрлө сирҙәргә ҡаршы тороу һәләтен арттырыр. Йәнә көн тәртибен һаҡлағыҙ, тейешенсә йоҡлағыҙ, аҡһымға, төрлө витамин-минералдарға бай ризыҡ ашағыҙ, физик яҡтан әүҙем булығыҙ.
Айһылыу НИЗАМОВА