

Ҡайһы берәүҙәр тап шулай уйлай. Киҙеү – өҫкө һәм түбәнге тын алыу юлдарын зарарлай торған киҫкен йоғошло сир. Уны вирус ҡуҙғыта. Сирҙең бик ауыр үтеүе, энцефалитҡа юлыҡтырыуы ихтимал. Нейротоксикоздың мейе ҡабығында башланған ялҡынһыныу менән ҡушылыуы мөмкин.
Сир киҫкенләшкән осорҙа өс-ете тәүлектән һуң хәрәкәтләнеү, һиҙеү-тойоу функцияларының боҙолоуы, аң томанланыуы ихтимал. Йыш ҡына кәйеф үҙгәрә, астения үҫешә, токсиндар нервы күҙәнәктәренә тәьҫир итә, сир барышын ауырайта. Психик тайпылыштар, ҡағиҙә булараҡ, биш-ете көндән һуң үҫешә башлай. Йоҡоһоҙлоҡ йонсота, баш ауырта, баш әйләнә, кәйеф төшә, тиҙ арыта, кеше ҡуҙғыусанға әүерелә.
Айырыуса киҙеү өлкәндәргә ныҡ тәьҫир итә. Уларҙың хәтере ҡаҡшай, иғтибары кәмей. Киҙеүҙән һаҡланырға кәрәк һәм был бик мөһим, ти табиптар. Сирҙе иҫкәртеүҙең бер генә юлы бар: вакцина яһатыу. Әле республикала прививка кампанияһы дауам итә.
Ни өсөндөр, беҙ был хәүефле сирҙе һанға һуҡмайбыҙ, уны аяғөҫтө үткәрергә лә мөмкин, тип уйлайбыҙ. ”Роспотребнадзор” белгестәре был уйҙырманы кире ҡаға.
Беренсе уйҙырма. Киҙеүҙең тәүге билдәһе – юғары температура.
Ысынында иһә киҙеү өсөн тән температураһының 38,5-39 градус булыуы хас. Сирҙең тәүге сәғәттәрендә юғарыраҡ булыуы мөмкин. Ҡайһы берәүҙәрҙә температура 37,1- 37,9 градус ҡына тәшкил итеүе ихтимал. Нормалағы йәки аҙ ғына күтәрелгән температура вирус өсөн бик уңайлы мөхит, шуға күрә сирҙең тәүге билдәләре күренеү менән дарыу эсергә тотонмағыҙ, тип кәңәш итә табиптар. Үҙеңде ҡәнәғәтләнерлек тойған хәлдә температура 38 градустан юғарыраҡ күтәрелгәндә генә дарыу эсергә мөмкин.
Икенсе уйҙырма. Киҙеүҙе иҫкәртеү өсөн витаминдар эсергә, һуған, һарымһаҡ, лимон, тоҙланған кәбеҫтә ашарға кәрәк.
Ғәмәлдә иһә витаминдар ҡулланыу организмды нығытыуға булышлыҡ итә, тик вирусҡа тәьҫир итмәй. Иң яҡшыһы – комплекслы иҫкәртеү сараларын ҡулланыу, сынығыу, сәләмәт тормош алып барыу, дөрөҫ туҡланыу. Иң тәьҫирле сара – вакцина яһатыу - киҙеү һәм киҫкен вируслы сирҙәрҙе иҫкәртеүҙә, уларҙың зарарын яртылаш кәметеүҙә ышаныслы ысул. Прививкалар эпидемия миҙгеле башланғанға ҡәҙәр август-декабрь айҙарында яһала. Вакциналар составы йыл һайын Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдимдәренә ярашлы яңыртыла. Сир баш ҡалҡытҡанда халыҡ күпләп йыйылған ерҙәрҙә булмаҫҡа, сирләгән кешеләрҙән арыраҡ торорға, битлек кейергә, ҡулдарҙы ентекләп йыуырға кәңәш итәбеҙ.
Өсөнсө уйҙырма. Киҙеүҙе дауаламаһаң да, үтә ул...
Киҙеү– бик хәүефле сир ул, ҡайһы саҡта ауырыуҙарҙы һәләк итә. Был бигерәк тә өлкәндәргә һәм балаларға ҡағыла. Төрлө өҙлөгөүҙәргә дусар итеүе бар, айырыуса йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ҙур зыян килтерә, хроник сирҙәрҙе көсәйтә. Ваҡытында тәғәйенләнгән дауа сир ваҡытын ҡыҫҡартыуҙан тыш, өҙлөгөүҙәрҙе булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк.
Дүртенсе уйҙырма. Антибиотиктар ярҙам итәсәк.
Киҙеү ваҡытында антибиотиктар ҡулланырға ярамай! Улар бары бактерияларға ғына тәьҫир итә. Вирустар менән бактериялар араһында бер ниндәй бәйләнеш юҡ. Шулай булғас, антибиотиктар был осраҡта бөтөнләй файҙаһыҙ. Ҡайһы саҡта инфекцияға ҡаршы иммунитеттың көсһөҙләнеүе арҡаһында икенсел бактериаль инфекцияның ҡушылыуы мөмкин. Шул саҡта ғына табип антибиотиктар курсын тәғәйенләй. Үҙ белдегең менән дауаланырға ярамай!
Бишенсе уйҙырма. Киҙеүҙән яһалған прививка үҙе сиргә һабыштыра
Прививканан сирләү мөмкин түгел. Организмға көсһөҙләндерелгән вирус йәки уның өлөшсәләре индерелә. Был организмда антиесемдәр барлыҡҡа килеүенә булыша. Ә улар күҙәнәктәрҙең зарарланыуына һәм вирустын үрсеүенә юл ҡуймай. Шунлыҡтан сир ул башланғанға тиклем иҫкәртелә. Хәҙерге заман вакциналарын еңел үткәрәләр. Ҡайһы берәүҙәрҙең температураһы аҙ ғына күтәрелеүе мөмкин. Әлбиттә, прививка кешене сирҙе йоҡтороуҙан тулыһынса һаҡлай алмай, әммә уның ауыр үтеүенә, үлем осраҡтарына юл ҡуймай.
Алтынсы уйҙырма. Эпидемия башланғас, прививка яһатырға һуң инде...
Ғәмәлдә киҙеүҙән прививканы эпидемия башланғас та яһатырға мөмкин. Әгәр кеше вирус менән зарарланып та, билдәләре күренмәгән хәлдә прививка яһатҡанда, ул сирләйәсәк, әлбиттә. Әммә миҙгел дауамында киҙеүҙең башҡа варианттары менән сирләү ихтималлығын кәметәсәк. Башҡортостанда прививка кампанияһы дәррәү барғанын да иҫкә төшөрәйек, был миҙгелдә республиканың 2,4 миллион кешеһен прививкалау планлаштырыла.
Фото: deti-euromed.ru