

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле һуңғы яңылыҡтар ниндәй? Был турала бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне.
Республикала сирҙең таралыу коэффициенты 0,8 тәшкил итә, Рәсәй күрһәткестәре лә ошоға тиң.
17 октябргә ҡарата, Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 319 яңы осрағы теркәлгән. 236 пациент стационарҙа дауалана, шул иҫәптән 32-һе һуңғы тәүлектә килеп ятҡан, 3631 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Илдең координацион үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы ете көндә сирләү осраҡтары 37 процентҡа кәмегән, тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин.
Инфекция госпиталдәрендә 490 койка әҙерләнгән, буш койка фонды 25 процент тәшкил итә.
Тулыһынса 3 155 659 кеше вакцинация үткән. 905 298 кеше ревакцинацияланған, ул пландан 63,5 процентын тәшкил итә.
Министр белдереүенсә, профилактик медицина тикшереүе дауам итә, уларҙы халыҡтың 76,5 проценты үткән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау министрының докладын тыңлағандан һуң табиптарға рәхмәт белдерҙе.
– Миңә операция яһаған хирургтарыбыҙға рәхмәт әйткем килә. Беҙҙә һәйбәт табиптар күп, рәхмәт! Шуға күрә уларға ярҙам итергә, яңы объекттар төҙөргә, ҡорамалдар һатып алырға кәрәк. Мин үҙем барыһын да ҡарап сыҡтым, – тине республика етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 октябрҙә Радий Хәбиров тубығының йәрәхәтләнеүе тураһында хәбәр иткәйне. Башҡортостан Башлығына операция Өфөләге ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында яһалды.
Фото: ufa.rbc.ru