Сәләмәт булайыҡ
17 Октябрь 2022, 14:00

Табынға - тауыҡтан рулет

Ашығыҙ тәмле, кисегеҙ йәмле булһын!

Табынға - тауыҡтан рулетТабынға - тауыҡтан рулет
Табынға - тауыҡтан рулет

Бының өсөн бер тауыҡ, 100 грамм грек сәтләүеге, 30 грамм желатин, ике тырнаҡ һарымһаҡ, һуған, тоҙ, тәмләткестәр кәрәк.

Тауыҡты тотош алырға йәки аҡ итенән генә эшләргә мөмкин. Итте тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ, әгәр аҡ ит кенә булһа, тоҙ, борос өҫтәп быҡтырабыҙ. Бер үк ваҡытта йылы һыуға желатинды һалабыҙ, ул ныҡлап иреп бөтөргә тейеш.

Ит бешкәс, һөйәгенән айырып алып, желатин һәм һурпа ҡушабыҙ ҙа пластик шешәгә ҡойоп, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Быҡтырылған аҡ иткә иһә грек сәтләүеген, майҙа ҡыҙҙырылған һуғанды, һарымһаҡ өҫтәйбеҙ. Шулай уҡ пластик шешәгә тултырабыҙ. Һыуытҡыста һыуынғас, шешәне ҡырҡып, рулетты сығарабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: obed.com

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас