

Миҙгел сирҙәренең баш күтәреүенә лә күп ҡалмай. Әлегә ауырыуҙар башланыу ихтималлығы хаҡында уйланмаһаҡ та, йоғошло сирҙәрҙән һаҡланыу саралары тураһында алдан белешеү кәрәктер. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Психотерапия үҙәге табибы, юғары квалификациялы табип-психиатр Гүзәл Йосопова уҡыусыларыбыҙҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
Йыш яңғыраған һорауҙарҙың береһе – йоғошло сирҙәрҙең психикаға йоғонтоһо булыу-булмауы тураһында. Был темаға тикшеренеүҙәр үткәрелгәнме, статистика бармы? Гүзәл Роберт ҡыҙы әйтеүенсә, ковидтың нервы системаһына зыян килтереү ихтималлығы тураһында табиптар яҡшы белә. Хәбәр күңелһеҙ булһа ла, уҡыусыларҙы тынысландырырлыҡ ыңғай яғы ла бар: нервы системаһындағы боҙолоуҙарҙы, үҙгәрештәрҙе ҡайтарырға мөмкин.
Һиҙемләү-тойомлауҙы юғалтыу кеүек неврология билдәләре тураһында һүҙ ҡуйыртыу, фекер алышыу күп булды. Вирустың нейрондарҙы зарарлауы билдәле. Вегетатив нервы системаһы һәм психологик торошҡа килгәндә, уның кире сағылыштарының, билдәләренең күплеген күрәбеҙ. Сир төрлө дәрәжәләге ауырлыҡта үтергә мөмкин, ул үҫешкән һайын үҙәк нервы системаһының гипоксияһы көсәйә. Был хәүеф тойғоһо, паника көсәйеүе, ҡурҡыу менән бара. Үлем хәүефе сирҙе тағы ла ауырайта. Психотерапия үҙәгенә килеүсе пациенттар тап ошо хәлдәргә зарлана ла инде. ”Бындай осраҡтарҙа ҡаушап ҡалмағыҙ, үҙегеҙҙе борсоған тойғоларға ҡул һелтәп ҡуймағыҙ, һау-сәләмәт булыу төшөнсәһенә кешенең психик, неврологик сәләмәтлеге лә инә бит”, - ти табип.
Психотерапия үҙәгенә килгән пациенттар нимәгә зарлана, ниндәй проблемалар тынғы бирмәй? Гүзәл Йосопованың әйтеүенсә, йыш ҡына ковидтан һәм киҙеүҙән һуң барлыҡҡа килгән билдәләр комплексына зарланыусылар күп. Был хәл 2020 йылдың йәйендә йыш күҙәтелгән. Еҫ һиҙеүҙе юғалтыуҙың бер нисә аҙнаға, хатта бер нисә айға һуҙылыуы ихтимал. Оҙайлы депрессиялар, апатия, тирләү, хәлһеҙлек, тиҙ арыу күҙәтелә. Хатта организм инфекцияны еңгәс тә, психиканың һуңға ҡалып зыян күреүе мөмкин. Табип быға Үҙәктә булған үҙенсәлекле хәлде миҫалға килтерҙе. Ковидты еңгәндән һуң ярты йыл үткәс, ҡатында паникаға бирелеү башлана, тын алыуы ауырлаша. Табиптар хаталанып, уға “бронхиаль астма” тигән диагноз ҡуя. Эсе бороп ауыртҡас, “гастрит”, тамағына төйөр тығылғас, “эндемик зоб” тигән ҡарар сығара. Ярты йыл эсендә уның амбулатор картаһы ҡалын китапты хәтерләтә. Үҙәктә ҡатын менән психотерапия сеанстары үткәрәләр, арт-терапия, гештальд-терапия...Улар бик тәьҫирле булып сыға, хатта дарыуҙар ҡулланыу ҙа кәрәкмәй. Был осраҡта пациенттың негатив билдәләрҙең тап инфекцияға бәйле булыуын таныуы мөһим роль уйнаған. Психиканы тулыһынса һауыҡтырыу өсөн транквилизаторҙар һәм антидепрессанттар тәғәйенләү талап ителеүе лә яҡшы билдәле.
Йыш ҡына вакцина ҡаҙатҡан кеше лә ауырый. Прививкалар эпидемия ваҡытында психик өҙлөгөүҙәр хәүефен кәметергә һәләтлеме? Гүзәл Роберт ҡыҙы вакцинаның “хәүефһеҙлек мендәре” булыуына инанған табип. “Күптәр вакцина яһатырға ҡурҡа. Ә бит оҙайлы ҡурҡыу тойғоһо, стресс, хәүефләнеү вирусҡа ҡарағанда ла кеше организмына емерткесерәк һөжүм яһай ала,– ти табип-психиатр. – Астеник типтағы кире тойғолар оҙаҡҡа һуҙылғанда психосоматик сирҙәр тыуҙыра, ҡайһы берҙәре хатта үлемгә алып килә. Стресс тураһындағы ғилемде нигеҙләгән Ганс Селье стрестың өсөнсө осоронда – “ябығыу фазаһында”организмдың ҡаршы тороусанлығы иң хәүефле, киҫкен нөктәгә төшөүен иҫбатлаған. Шулай итеп, сирҙе йоҡтороуҙан ҡурҡҡан кеше ике-өс аҙнанан һуң вирустың яҡлаусыһыҙ ҡорбанына әүерелә. Шуны әйткем килә, беҙ вакцина яһатыуҙың күп ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыуын беләбеҙ. Үкенескә ҡаршы, ваҡытында прививка яһатмағандарҙың һәләк булыуы ла билдәле. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!”
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.