Сәләмәт булайыҡ
19 Октябрь 2022, 11:10

Инъекция энәһен үҙебеҙҙә етештерәләр

Проектты 2022-2030 йылдарҙа тормошҡа ашырыу планлаштырыла.

Инъекция энәһен үҙебеҙҙә етештерәләрИнъекция энәһен үҙебеҙҙә етештерәләр
Инъекция энәһен үҙебеҙҙә етештерәләр

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы “Медицина технологиялары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен Башҡортостандың “Күмертау” йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерҙе. Компания медицина шприцтары һәм башҡа медицина приборҙары өсөн бер тапҡыр ҡулланыла торған инъекция энәләре етештереүҙе ойоштороуға 300 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтергә ниәтләй.

– Рәсәйҙәге инъекция энәләре баҙарында импорт йүнәлешендәге модель барлыҡҡа килгән. Әле баҙарҙың ҙур өлөшөн сит илдә етештерелгән продукция тәшкил итә. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу Рәсәй предприятиеларын һәм ойошмаларын сифатлы медицина әйберҙәре менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк. Был медицина сәнәғәтен үҫтереүгә, импортты алмаштырыуға этәргес бирәсәк, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Йылдам үҫеш биләмәһе резиденты проектты 2022-2030 йылдарҙа тормошҡа ашырырға ниәтләй. Производствола 57 эш урыны булдырыу планлаштырыла. Етештерелгән продукция Башҡортостандың һәм күрше төбәктәрҙең медицина учреждениеларына туранан-тура медицина тауарҙарының онлайн-майҙансыҡтары, шулай уҡ предприятиеның сайты аша һатыласаҡ.

Компания йылына 220 миллионға тиклем инъекция энәһе сығарыуҙы планлаштыра. Аҡсалата сағылышта йыллыҡ етештереү күләме 264 миллион һум тәшкил итәсәк.

Әле Башҡортостанда 124 компания йылдам үҫеш биләмәһе резиденты статусына эйә. Инвесторҙар төбәк иҡтисадына 6,5 миллиард һум самаһы инвестиция йүнәлткән һәм 4,5 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырған.

Фото: pravitelstvorb.ru/news/19167/

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/19167/

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас