Сәләмәт булайыҡ
20 Октябрь 2022, 12:00

Борондан килгән сир аямай...

Янбаш һөйәге һыныуы йыш осрай. Ҡағиҙә булараҡ, пациенттарҙың 50 проценты үҙ аллы йөрөй алмай.

Борондан килгән сир аямай...Борондан килгән сир аямай...
Борондан килгән сир аямай...

Өлкәнәйгән һайын һөйәк-мускул системаһына зыян килеү хәүефе арта. Быға организмда ҡатмарлы һәм ҡурҡыныс сиргә юлыҡтырыуы мөмкин булған процесс башланыуы сәбәпсе. Был сир остеопороз тип атала. Йәмәғәтселектең иғтибарын донъяла киң таралған ошо хәүефле сиргә йәлеп итеү өсөн халыҡ-ара көн иғлан иткәндәр.

Бөтә донъя остеопороз менән көрәш көнө йыл һайын 20 октябрҙә үткәрелә. Рәсәйҙә уны 2005 йылдан билдәләйҙәр.

Остеопороз – боронғо сирҙәрҙең береһе. Һөйәк-мускул аппаратындағы типик үҙгәрештәрҙе беҙҙең эраға тиклем 2500 йылдарҙа Төньяҡ Америка ҡәбиләләре кешеләре һөлдәләрендә тапҡандар. Был хаҡта Боронғо Ҡытай һәм грек яҙмаларында ла телгә алынған. Монголоид һәм европеид расаларына генетик яҡтан  остеопороз хәүефе янауы билдәле.

Был сирҙе өйрәнеү 150 йыл буйына дауам итә. Инглиз хирургы Эстли Паттон Купер 1924 йылда өлкәндәрҙә янбаш муйынтығы һыныуын һөйәктәрҙең муртланыуы менән аңлата. Илле йылдан һуң сир өсөн хас булған һөйәк туҡымаһының үҙгәреүе һүрәтләнгән. Оло йәштә һөйәк-мускул аппаратындағы үҙгәрештәр һөйәк тығыҙлығын кәметә, муртлығын арттыра. Өҫтәүенә зарарлы ғәҙәттәр, экология, генетик бирешеүсәнлек был хәлде тәрәнәйтә. Шуға күрә тәү ҡарашҡа зыянһыҙ тойолған ғәмәлдәр ҙә (ауыр әйбер күтәреү, йығылыу һ.б.) имгәнеүгә килтереүе мөмкин.

Бөтә донъяла, шулай уҡ Рәсәйҙә сирҙе иҫкәртеү сараларына иғтибар бирелә. Һәр кем сиргә килтереүсе сәбәптәрҙе белергә, һөйәкте нығытыу буйынса кәңәштәрҙе тоторға, дөрөҫ туҡланыу, имгәнеүҙәрҙе кәметеү, хәрәкәтләнеүҙе арттырыу ҡағиҙәләрен үтәргә тейеш.

Табиптар әйтеүенсә, бала һәм үҫмер саҡта һөйәк туҡымаһын нығытыу өлкән йәштә остеопороз үҫешеүенән һаҡлай. Ҡатын-ҡыҙ һөлдә массаһының 98 процентын 30 йәшкә тиклем ала. Иң ябай кәңәштәрҙе хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: туҡланыу диетаһы балансланған, кальций һәм D витаминына бай булһын; физик күнегеүҙәр эшләгеҙ; сәләмәт тормош алып барығыҙ; һөйәк туҡымаһының тығыҙлығын арттырыусы дарыуҙарҙы табип кәңәше менән ҡулланығыҙ. Дөрөҫ дауалағанда остеопороз үҫешен туҡтатырға йәки яйлатырға мөмкин.

Сир бик етди. Янбаш һөйәге һыныуы йыш осрай, ҡағиҙә булараҡ, пациенттарҙың 50 проценты үҙ аллы йөрөй алмай. Өҙлөгөүҙәр арҡаһында бындай пациенттар  йыш ҡына үлемгә дусар була. Остеопороз иртә диагностика талап итә, иҫкәртеү ҙә, дауалау ҙа ваҡытында башланырға тейеш.

Фото: Рязань медицина сайты.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас