

Һәр кем ҡасан да булһа дарыу эсергә мәжбүр: йә башы ауырта, йә киҙеү йоҡторған һәм башҡа сәбәп табылып ҡына тора. Ниндәй генә дарыу ҡабул итергә тура килһә лә, тәүҙә уның инструкцияһы менән танышырға кәрәк. Ғәҙәттә, унда препаратты ҡасан, нисә тапҡыр эсергә кәрәклеге, зарар килтереү ихтималлығы тураһында ентекле әйтелә.
Ә һеҙ дарыуҙарҙы дөрөҫ эсәһегеҙме? Күптәр инструкцияны уҡып сығыуға ваҡытын әрәм итмәҫкә тырыша. Кемдер дарыуҙы икегә бүлеп эсергә ғәҙәтләнә, кемдер сәй менән эсә. Былары – айырыуса киң таралған хаталар. Әгәр ҙә дарыуҙа бүлеү һыҙығы булһа, уны икегә бүлергә мөмкин. Тимәк, етештереүсе дарыуҙы бүлеү мөмкинлеген алдан күҙаллаған. Әгәр бындай һыҙыҡ юҡ икән, уны бөтөн көйө эсергә кәрәк, юғиһә, дарыуҙың тәьҫире булмаясаҡ. Препараттарҙы бары таҙа һыу менән эсергә ғәҙәтләнегеҙ. Сәй, һут, газлы һыу һәм башҡа эсемлектәр бармай, сөнки уларҙағы химик матдәләр дарыуҙарҙың үҙләштерелеүен кәметә. Мәҫәлән, сәйҙәге танин иремәй торған берләшмәләр барлыҡҡа килтерә, шул арҡала дарыуҙың ҡайһы бер өлөшсәләре тарҡала.
Дарыуҙы көнөнә бер тапҡыр эсергә кәрәк икән, быны бер үк ваҡытта ҡабатларға кәрәк. Әгәр ике тапҡыр эсергә кәрәк булһа, уны ҡабул итеү араһы 12 сәғәт тәшкил итергә тейеш. Өс тапҡыр эсергә кәрәк булғанда, дарыуҙы ҡабул итеү араһы – һигеҙ сәғәт. Ҡайһы бер препараттарҙы ашар алдынан йәки ашағандан һуң эсергә кәрәклеге юҡтан түгел. Ни өсөн ашау алдынан эсергә кәрәклеге ҡайһы бер дарыуҙарҙың аҙыҡ йәки ашҡаҙан һуты тәьҫире һөҙөмтәһендә тарҡалыуы менән аңлатыла. Ашҡаҙандың лайлалы тиресәһен зарарлауы мөмкин булған дарыуҙарҙы ас ҡорһаҡҡа эсергә ярамай, бары ашағандан һуң ғына ҡулланырға мөмкин. Белгестәрҙең әйтеүенсә, төймә рәүешендәге дарыуҙар уколдарҙан яҡшыраҡ, сөнки уларҙы ҡабул итеү уңайлы, һыу менән эсәһең дә – бөттө. Әммә шуныһы улар организм тарафынан оҙағыраҡ үҙләштереләсәк, эсәклеккә барып еткәнсе бер ни тиклем ваҡыт талап ителә.
КӘҢӘШ
Препараттарҙы бары таҙа һыу менән эсергә ғәҙәтләнегеҙ. Сәй, һут, газлы һыу һәм башҡа эсемлектәр бармай, сөнки уларҙағы химик матдәләр дарыуҙарҙың үҙләштерелеүен кәметә. Мәҫәлән, сәйҙәге танин иремәй торған берләшмәләр барлыҡҡа килтерә, шул арҡала дарыуҙың ҡайһы бер өлөшсәләре тарҡала.
Динә АРЫҪЛАНОВА