Сәләмәт булайыҡ
21 Октябрь 2022, 08:30

Хирургтар тәүәкәлләргә була

42 йәшлек ирҙе ашығыс ярҙам бригадаһы кардиология үҙәгенә килтерә...

Хирургтар  тәүәкәлләргә  булаХирургтар  тәүәкәлләргә  була
Хирургтар тәүәкәлләргә була

Республика кардиология үҙәге белгестәре үпкә артерияһы тромбоэмболияһы менән яфаланған пациентҡа ашығыс операция яһап, ғүмерен һаҡлап ҡалған. Ҡағиҙә булараҡ, бындай диагноз ҡуйылған ауырыуҙарҙы дарыуҙар менән дауалайҙар. Ғүмергә ҡурҡыныс янаған экстрен осраҡтарҙа ғына хирургтар тәүәкәлләй. Был хаҡта социаль селтәрҙә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр иткән.

 42 йәшлек ирҙе ашығыс ярҙам бригадаһы кардиология үҙәгенә килтерә. Пациент кинәт тын ҡыҫылыуына, хәлһеҙлеккә, ныҡ тирләүгә зарлана. Табиптар уны ҡарағандан һуң үпкә артерияларының тромбоэмболияһы, тәрән тамырҙар тромбозы тигән диагноз ҡуя. Бынан бер йыл элек пациенттың  коронавирус инфекцияһын кисереүе асыҡланған. Вирус инфекцияһының өҙлөгөүҙәргә  дусар итеүе лә ихтимал. Ауырыуҙың ғүмере ҡыл өҫтөндә булғанлыҡтан, хирургтар тәүәкәлләргә, операция яһарға ҡарар итә. Әмәлиәт ике сәғәт тирәһе дауам итә. Янбаш тамырындағы тишем аша үпкә артерияларына инструменттар индерелә. Махсус баллон ярҙамында артерияларҙы ҡабартып, аралыҡты киңәйтәләр.  Шул арҡала үпкә аша ҡанды ҡыуҙырыу буйынса йөрәккә төшкән көсөргәнеш кәмей. Пациент операция өҫтәлендә ятҡанда уҡ  хәле яҡшырғанын тоя, тын ҡыҫылыуы бөтә. Был операция техник яҡтан үтә ҡатмарлы һәм артерияларҙы тишеү хәүефе көслө. Шуға күрә уны ғүмере ҡыл өҫтөндә булған ауырыуҙарға яһайҙар. 

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас