

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 22 октябргә республикала коронавирус менән сирләүселәр һаны 328 меңдән ашҡан. Һуңғы тәүлектә 293 кешенең COVID-19 менән ауырыуы асыҡланған.
Барлығы 318 569 кеше һауыҡҡан, уларҙың 341-е – үткән тәүлектә. Ике кешенең вафат булыуы теркәлгән. Коронавирустан барлығы 5 877 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Көҙ етеү менән һәммәһен дә ковид ҡына түгел, башҡа миҙгел сирҙәре лә һағалай. Шуға төрлө йоғошло сирҙәрҙән һаҡланыу сараларын күрегеҙ.
Фото: smotrim.ru