Сәләмәт булайыҡ
24 Октябрь 2022, 14:45

Хеҙмәт бушлай күрһәтелә

Ғариза көндөң тәүге яртыһында яҙылһа, табип төштән һуң киләсәк. Әгәр кис икән...

Хеҙмәт бушлай күрһәтеләХеҙмәт бушлай күрһәтелә
Хеҙмәт бушлай күрһәтелә

Һанлы хеҙмәтте файҙаланып, медицина хеҙмәткәрен өйгә саҡырырға мөмкин.

Был хеҙмәт бушлай күрһәтелә. Уның өсөн түбәндәге ғәмәлдәрҙе атҡарырға кәрәк:

- Дәүләт хеҙмәттәрендә теркәлгәс, “Һаулыҡ” бүлегендә “Табипты өйгә саҡырырға” хеҙмәтенән файҙаланырға;

- мәғлүмәттәрегеҙҙе тикшерергә йәки башҡа кешегә саҡыртһағыҙ, пациент тураһындағы белешмәләрҙе кертергә (исем-шәрифе, тыуған көнө, енесе, мотлаҡ медицина страховкалауы полисы һандары, СНИЛС);

- табип киләсәк адресты раҫларға йәки яҙырға;

- ирекле формала саҡырыу сәбәбен күрһәтергә.

Күрһәтелгән адрес буйынса урынлашҡан поликлиника саҡырыуҙы аласаҡ. Табип та шул поликлиниканан киләсәк. Бер нисә кеше сирләһә, Дәүләт хеҙмәттәрендә һәр береһенә айырым форманы тултырыу талап ителә. Телефон аша саҡырғанда ярҙам талап ителгән барлыҡ кешеләр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе әйтегеҙ. Ғариза көндөң тәүге яртыһында яҙылһа, табип төштән һуң киләсәк. Әгәр кис икән – икенсе көн иртәһендә.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас