Сәләмәт булайыҡ
24 Октября 2022, 15:30

Һөнәри үҫеш өсөн мөмкинлектәр арта

Республика колледждарында ишетеү һәләте боҙолған студенттар өсөн төркөмдәр асыла.

Һөнәри үҫеш өсөн мөмкинлектәр артаҺөнәри үҫеш өсөн мөмкинлектәр арта
Һөнәри үҫеш өсөн мөмкинлектәр арта

24 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ишетеү һәләте боҙолған кешеләр араһында DeafSkills һөнәри оҫталыҡ II милли чемпионатына йомғаҡ яһалды. Сара 20-22 октябрҙә республиканың баш ҡалаһында уҙҙы.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, ярыштарҙа илдең 45 төбәгенән 350 белгес, шулай уҡ сит ил ҡунаҡтары – Үзбәкстан, Ҡаҙағстан вәкилдәре ҡатнашты. Чемпионаттың маҡсаты – һөнәри белем биреү системаһын булдырыу, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә һөнәри йүнәлеш биреү, шулай уҡ уларҙы эшкә урынлаштырыуҙа булышлыҡ итеү.

– Башҡортостан исеменән ярышта 25 ҡатнашыусы сығыш яһаны. Чемпионат йомғаҡтары буйынса республика 10 миҙал яуланы һәм дөйөм команда иҫәбендә икенсе урынға сыҡты, – тине Ленара Иванова. – Бәйгелә ҡатнашыусылар медицина, туризм, төҙөлөш, дизайн һәм башҡа өлкәләрҙә төрлө конкурс эштәрен башҡарҙы.

Башҡортостан Башлығы чемпионатта еңеүселәрҙе лайыҡлы наградалары менән ҡотланы, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына колледждарҙа ишетеү һәләте боҙолған студенттар өсөн сурдотәржемә менән махсус курстар ойошторорға ҡушты.

– Уҙған ял көндәрендә мин конкурсанттар менән аралаштым, – тине Радий Хәбиров. – Уларға һөнәри белем алыу мөмкинлеге булдырыу мөһим. “Үҙенсәлекле” студенттар араһында талап ителгән һөнәрҙәрҙе билдәләргә һәм улар өсөн сурдотәржемә менән профессиональ уҡытыу ойошторорға кәрәк.

Республика етәксеһе Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе Ольга Шевнинаны Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү советы составына индереү тураһындағы указға ҡул ҡуйыуын да әйтте.

2022 йылдың 1 сентябренән илдә инвалидтарҙы хеҙмәт урыны менән тәьмин итеү өсөн эш биреүсе квотаһын үтәү ҡағиҙәләре үҙ көсөнә инде. Һөҙөмтәлә, мәҫәлән, үткән айҙа “Фабрик Косметик” республика предприятиеһында инвалидтар өсөн яңы эш урындары булдырылды.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас