

Татарстанда йәшәгән яҡташыбыҙ Зәүхиә Низамиева хаҡында күптәр яҡшы белә. Ул үҙ яҙмаларында төрлө ауырыу-сирҙәрҙән нисек дауаланыу, шифалы үләндәрҙе ҡулланыу хаҡында яҙа, төрлө кәңәштәр бирә. Был юлы ла Зәүхиә ханым үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә түбәндәге кәңәштәре менән уртаҡлаша.
"Үҙ ғүмерҙәрен кешеләрҙең һаулығын һаҡлау хеҙмәтенә бағышлаған, ошо изге юлда күп асыштар яһаған, сәләмәт булыуҙың иң мөһим аспекттарын фәнни дәрәжәлә иҫбатлаған, файҙалы ысулдарҙы ҡулланып меңәрләгән ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтырған ғәләм күләмендә билдәле ғалимдар, халыҡ табиптары бихисап. Уларҙың барыһын да берләштергән һәм беҙгә үҙебеҙгә йәшәү девизы итеп алырлыҡ принциптары бар. Ошо принциптарҙы һәр береһе аҫһыҙыҡлап, уларҙы беҙгә аҡыл аманаты итеп быуындан-быуынға тапшыра баралар. Ошо принциптар сылбырын өҙмәҫкә тырышыу - һәр быуынға васыят кеүек тапшырыла килә. Ул принциптар меңәр йыл элек йәшәгән медицина аҡһаҡалдары Гиппократ, Әбугалисина трактаттарында ла яҙылып ҡалдырылған. Ниндәй принциптар һуң? Улар ябай һәм бер ниндәй ҡатмарлы, кеше аңламаҫлыҡ терминдарға төрөлмәгән.
1.Иң беренсе уй.
2.Ашаған ризығың дауа, дауаң ашаған ризығың булһын.
3.Кеше нимә ашай шунан тора.
4.Хәрәкәтһеҙ ғүмер ағышы туҡтай.
5.Төп йортоң - тәнеңде таҙа тот.
7.Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух.
8.Һәр ваҡыт таҙа һыу эс.
9.Аллаһы Тәғәләнең биргән ниғмәттәре аша дауаланыу юлдарын эҙлә.
Был принциптарҙы дауам итергә була.Тик ошо өҫтәге принцитарҙы ныҡлы аңлаһаҡ, беҙ хәҙерге ваҡытта ер шарын баҫып алған сирҙәргә юлыҡмайынса йәшәү юлдарын асырбыҙ", - ти ул.
Тәү ҡарашҡа бик ябай кеүек күренә, ә ысынында күпме дөрөҫ фекерҙәр. Сәләмәт булығыҙ!
Фото: fresh-mania.com