

25 октябрҙә Өфөлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округы буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Менталь сәләмәтлек” («Ментальное здоровье») округ йәмәғәт проектын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе.
Проект аутистик спектры боҙолған балаларға һәм өлкәндәргә комплекслы ярҙамға йүнәлтелгән, бындай пациенттарҙы башланғыс этаптарҙа асыҡларға ярҙам итә. Ресурс үҙәктәре базаһында социаль хеҙмәтләндереү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм эшкә урынлаштырыу өлкәһендә ярҙам күрһәтелә.
– Ярҙам күрһәтә башлаған Волга буйы федераль округының биш пилот төбәк иҫәбенә Башҡортостан да инде. Республика Башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы. 2020 йылдан менталь тайпылыуҙары булған балалар һаны ике тапҡырға артҡан. Был - ентекле тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе, ул сирҙең йәшерен осраҡтарын алдан асыҡларға ярҙам итте. Шуға ла эш һөҙөмтәһе сифатын күтәреү өсөн был сир менән яфаланған балаларға өҙлөкһөҙ ярҙам күрһәтеү системаһын булдырабыҙ, шул иҫәптән коммерцияға ҡарамаған йәмәғәт ойошмалары ҡатнашлығында ла. Волга буйы федераль округының тәжрибәһен артабан Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә таратырға йыйынабыҙ, – тине Игорь Комаров.
Округ проектын методик яҡтан «Приволжский центр ментального здоровья» алып бара. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Волга буйы тикшеренеүҙәр медицина университеты менән берлектә ошо сирҙән яфаланған кешеләргә комплекслы ярҙам күрһәтеү өсөн белгестәр әҙерләү ойошторолған.
2020 йылдан Башҡортостан “Менталь сәләмәтлек” проектында әүҙем ҡатнаша. Башҡортостан Хөкүмәте Аутистик спектр тайпылышы һәм башҡа менталь сирҙәре булған кешеләрҙе комплекслы дауалау концепцияһын раҫланы.
– Беҙ Аутизм менән сирләгән балаларҙы дөрөҫ асыҡлауға өлгәштек. 1 октябргә ҡарата төбәк табип-психиатрҙарында был ауырыуға дусар булған 1877 бала иҫәптә тора. Өҫтәп тағы ла 50 меңгә яҡын баланы тикшерҙек. Һөҙөмтәлә хәүеф янаған категорияға ҡараған мең ярым баланы асыҡланыҡ, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостанда Республика клиник психиатрия дауаханаһында аутистик спектр тайпылышлы балаларға медицина ярҙамы кабинеты булдырҙыҡ. Дәүләт коррекция мәктәптәрендә менталь тайпылышы булған балаларға кәңәш биреү, төҙәтеү һәм уҡытыу өсөн ресурс үҙәктәре астыҡ.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе, “Менталь сәләмәтлек” Волга буйы федераль округы проектының округ эш төркөмө ағзаһы Максим Забелин Өфөләге Сәләмәтлеге сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге нигеҙендә аутистик спектр тайпылышлы кешеләр менән эшләү буйынса Сығанаҡ үҙәген асыуға ҡағылышлы пландар тураһында һөйләне.
– “Менталь сәләмәтлек” проектын ғәмәлгә ашырыуҙа төбәк коммерцияға ҡарамаған ойошмалар әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, “РАССВЕТ” аутистик спектр тайпылышлы балаларға һәм өлкәндәргә ярҙам” коммерцияға ҡарамаған ойошма балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә инклюзив белем биреү проектын ғәмәлгә ашыра. Коммерцияға ҡарамаған ойошма тәҡдиме буйынса балалар баҡсаларында – ике ресурс төркөм, дөйөм белем биреү учреждениеларында биш ресурс класс асылды.
“Содействие” төбәк йәмәғәт ойошмаһы Өфөлә ике уҡыу-күнекмә фатирҙы йыһазландырҙы, унда менталь һәм башҡа тайпылыштары булған балаларҙы үҙаллы йәшәргә, үҙҙәрен ҡарарға һәм ябай һөнәри оҫталыҡҡа уҡыталар, – тип белдерҙе Максим Забелин.
2023 йылдың беренсе кварталында Өфөлә махсуслашҡан менталь сәләмәтлек үҙәген асырға йыйыналар. Аутистик спектр тайпылышлы балаларҙы медицина хеҙмәтләндереүе һәм социаль реабилитация, шулай уҡ уларҙың ата-әсәһе өсөн дә әҙерлек ойоштороласаҡ.
Фото: pravitelstvorb.ru
Сығанаҡ: Игорь Комаров и Андрей Назаров возложили цветы к памятнику генерал-майору Минигали Шаймуратову в Уфе