Сәләмәт булайыҡ
25 Октябрь 2022, 12:50

Сәсте үҫтерәм тиһәң...

 Уны аҙна һайын тәрбиәләп, хәстәрләп торорға кәрәк.

Сәсте үҫтерәм тиһәң...Сәсте үҫтерәм тиһәң...
Сәсте үҫтерәм тиһәң...

Сәс сәләмәт йылҡылдап, тиҙерәк үҫһен тиһәгеҙ, өй шарттарында үҙегеҙгә маска әҙерләп ҡулланырға мөмкин. Әлбиттә, һатыуҙа уларҙың ниндәй генә төрө юҡ. Шулай ҙа тәбиғи сеймалдан үҙ ҡулдарың менән яһалғаны иң яҡшы һөҙөмтәне бирәсәк.

Был маска өсөн онталған дәрсен, бал, йомортҡа, дегәнәк майы кәрәк. Бер ҡалаҡ дәрсенде 1,5-2 ҡалаҡ бал менән буташтырып, уға бер йомортҡа һәм бер ҡалаҡ дегәнәк майы өҫтәп яҡшылап болғатабыҙ. Ике ҡалаҡ тирәһе ҡушылма килеп сыға. Уны микротулҡынлы мейестә биш секунд ҡына йылытып алырға һәм баш тиреһенә яҡшылап һөртөргә кәрәк.

Яңы асылған һауыттағы дәрсен баш тиреһен әҙерәк яндырһа, масканы 15 минуттан артыҡ тотмағыҙ. Бөтәһе лә яҡшы булһа, бер сәғәттән шампунь менән йыуып төшөрөргә. Бындай тәрбиәнән һуң сәс йылҡылдап, нығынып китә. Тик шуныһы: баштан бер килке дәрсен еҫе сығып йөрөй.

Маскалағы ингредиенттарҙы ҡарап китәйек.

Дәрсен ҡан әйләнешен көсәйтә, шуның һөҙөмтәһендә сәс төбө нығый, үҫергә шарт тыуа.

Бал төрлө маскаларҙа йыш ҡулланыла. Ул сәсте ҡороуҙан, ҡойолоуҙан һаҡлай. Уның үҙен генә лә сәс төбөнә һөртөү ыңғай һөҙөмтә бирә.

Йомортҡа. Уның ағын теләһә ниндәй төрҙәге сәсте нығытыу өсөн ҡулланырға була. Ул сәсте үҫтерергә, уның төҙөлөшөн яҡшыртырға булышлыҡ итә. Бигерәк тә сәс һыныусанға әйләнгәндә, уның ярҙамында сәсте ипкә килтереү мөмкинлеге бар. Йомортҡаның һарыһы ла бик файҙалы. Уның составындағы компоненттар сәсте туҡландыра, сәләмәт төҫ бирә.

Дегәнәк майы - сәстең үҫеүен тиҙләтеүсе, дымландырыусы ифрат шәп сара.

Фото:all-mongolia.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас