

Бөгөн Күгәрсен районының Мораҡ ауылында республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының күсмә кәңәшмәһе булды. Унда Башҡортостан Хөкүмәте, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, урындағы федераль һәм төбәк медицина ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Кәңәшмәлә республика һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының 2022 йылдың туғыҙ айына эш йомғаҡтары, шулай уҡ Күмертау медицина округының хеҙмәт һөҙөмтәләре тураһында һөйләштеләр.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова, кәңәшмәне асып: “Беҙ барыбыҙ ҙа бер дөйөм мәсьәләне тормошҡа ашырыу – һаулыҡ һаҡлау сифатын яҡшыртыу һәм медицина ярҙамынан файҙалана алыуҙы күтәреү өҫтөндә эшләйбеҙ. Хеҙмәтебеҙҙең һиҙелерлек һөҙөмтәләр биреүен тойоу ҡыуаныслы”, – тип белдерҙе.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин медицина ойошмаларының туғыҙ айлыҡ эш һөҙөмтәләре хаҡында сығыш яһаны һәм төп иғтибарҙы демографик хәлгә бүлде. Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһының алдан бирелгән мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандағы демографик хәлдең үлем осраҡтарының – 21,4, тыуыуҙың 7,1 процентҡа кәмеүе менән баһаланыуын билдәләне. Йыл башынан төбәктә 27 мең 275 бала тыуған, тыуым күрһәткесе 9,1 промилле күрһәткән.
Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.